Өфө районында Булгаков ауылы янында Өршәк йылғаһы аша күперҙе төҙөкләндереү эштәре ике аҙнаға ҡыҫҡара.
Авария хәлендәге был күперҙә эштәр 3 июнь башлана, август башында тамамлана. Аҙна һайын үткәрелгән оператив кәңәшмәләрҙең береһендә республика башлығы ремонт эштәре ваҡытын ҡайтанан ҡарарға ҡушҡайны. Контракт буйынса, подряд ойошмаһы төҙөкләндереүҙе май башларға һәм ноябрҙә тамамларға тейеш ине. Был күпер аша көн һайын меңләгән автомобиль үтеүен иҫәпкә алып ремонт эштәре ваҡытын күпкә ҡыҫҡартырға ҡарар ителде. Бында эштәр тәүлек әйләнәһенә ике сменала алып барыласаҡ. Транспорт ағымы сфетофор ярҙамында көйләнәсәк. Урта һыҙатта хәрәкәт реверсив буласаҡ. Иртән Өфөгә барыусылар, кисен ҡаланан сығыусылар өсөн ике һыҙат эшләйәсәк.