Республиканың онкология диспансерында хирургияның аҙ инвазив ысулы буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Ашҡаҙан юлы яман шешен дауалау буйынса әмәлиәтте Герцен исемендәге институттың баш хирургы Андрей Рябов күрһәтте. Операция өҫтәлендә пациентҡа 52 йәш. Ул табиптарға ҡаты ризыҡ ашағанда уңайһыҙлыҡ тойғас мөрәжәғәт иткән. Артабан белгестәр ир кешегә ашҡаҙан юлы яман шеше диагнозы ҡуйған. Бындай яман шеш иң ҡатмарлы һәм агрессив ауырыуҙарҙың береһе һанала – ти Герцен исемендәге онкология институты хирургы Андрей Рябов. Ҡатмарлы әмәлиәтте атҡарыу өсөн табиптар төркөмөнә, дөйөм алғанда 6 сәғәт ваҡыт талап ителә. Бындай ысул хирургияла миниинвазив тип атала. Ябай тел менән әйткәндә, операция тәнде киҫмәйенсә, ҡан тамырҙары, тәбиғи тишектәр, йәки бәләкәй киҫелештәр аша башҡарыла. Пациенттың организмына был әмәлиәттең кире йоғонтоһо бик аҙ.Операция барышы Республика клиник онкология диспансерының конференциялар залында трансляцияланды. Тәжрибәле табип-онкологтың оҫталыҡ дәресен торакаль хирургияның алдынғы белгестәре, ординаторҙар, студенттар һәм башҡа медицина хеҙмәткәрҙәре күҙәтте. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын иртә диагностикалау һәм дауалау мәсьәләләре медицинала иң көнүҙәк йүнәлештәрҙең береһе. Яман шештең башланғыс осоронда хирургия ҡыҫылышы дауалауҙың төп ысулы булып ҡала. Операцияның уңышы үтеүе лә дөрөҫ юл һайлау һәм аҙ инвазив технологияларҙы ваҡытында ҡулланыуға бәйле. Йыл дауамында Республикала ашҡаҙан һәм аш һеңдереү юлы яман шешен бөтөрөү буйынса 50-гә яҡын операция үткәрелә, шуларҙың 20-һе миниинвазив ысул менән башҡарыла.
Аҙ инвазив ысулы буйынса оҫталыҡ дәресе
Аҙ инвазив ысулы буйынса оҫталыҡ дәресе