«Йәшел Башҡортостан» акцияһы барышында республикала 135 яңы аллея ултыртыу ҡарала. Был хаҡта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдерҙе. Сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Ошо уңайҙан республикала тематик аллеялар барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтың Октябрь проспектында – 80 төп ҡайын, Салауатта – 80 төп йүкә, ә Октябрьскийҙың Еңеү паркында 80 төп шыршы ултыртыла. Нефтекамала «Киләсәк аллеяһы» булдырыла, унда 100 төп пирамидаль тирәк үҫентеһе ултыртыла. Өфөлә 3 мең эре ағас һәм 1 мең 700 ҡыуаҡ ултыртыу, 3 тематик аллея булдырыу күҙаллана. Быйыл яҙ бөтәһе 7 мең 700 төп эре һәм 67 мең төп башҡа үҫенте ултыртыла. Акцияла 45 меңдән ашыу кеше ҡатнашыр тип көтөлә. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы 19 апрелдә башланып 10 майға тиклем дауам итә.
Йәшел Башҡортостан
Йәшел Башҡортостан