Башҡортостанда цифрлы имам эшләй башланы

Башҡортостанда цифрлы имам эшләй башланы
  • Башҡортостанда цифрлы имам эшләй башланы

Башҡортостанда Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып цифрлы имам эшләй башланы. Республика мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Айнур Биғәлин әйтеүенсә, “Цифрлы имам” тигән мобиль ҡушымта эшләнгән. Унда барлыҡ мосолмандар намаҙ ваҡыттарын белә, ҡибла йүнәлешен билдәләй ала. Бынан тыш, һәр ҡулланыусының үҙ бүлмәһе буласаҡ. Онлайн режимда унда хәйер түләргә мөмкин. Цифрлы имам ярҙамында ике аҙнала ғына 800 мең хәйер йыйылған.