Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Магомед Абдулхәлимов Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән үҙәктең эшмәкәрлеге менән танышты һәм унда йәшәүселәр менән аралашты. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжетында. Вәсилә Назарова күптән түгел кейәүгә сыҡҡан. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул иптәш булһа күпкә еңелерәк, ти. Хәләл ефете менән ул «Именлек» геронтология үҙәгендә танышҡан. Бында мин 4-се йыл торам, барыһы ла оҡшай, ти Вәсилә ханым. Үҙәктең яңы корпусы 50 кешегә ҡаралған. 5 ҡатлы ярым түңәрәк бинала ике урынлы яҡты һәм уңайлы бүлмәләр, ашхана, төрлө-төрлө гөлдәр үҫеп ултырған ҡышҡы баҡса бар. «Именлек» геронтология үҙәге башҡа ошондай үҙәктәрҙән айырмалы рәүештә бында бассейн да бар. Мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Геронтология үҙәге нигеҙендә бына инде ярты йыл «Социаль такси» хеҙмәте эшләп килә. Республика башлығы Радий Хәбировҡа Водителдәр был транспорттың кәрәкле һәм үтә лә мөһим икәнлеге тураһында белдерҙе. Шулай уҡ Радий Хәбиров Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Магомед Абдулхәлимов менән яңы бинаны ҡараны һәм үҙәк эшмәкәрлеге менән яҡынданыраҡ танышты. Бында йәшәүселәр менән дә һөйләште. Бында йәшәүселәр килгән ҡунаҡтарға ҡул эштәрен дә бүләк итте. Һеҙ ғүмер буйы республика өсөн хеҙмәт иттегеҙ, хәҙер беҙ һеҙҙе иғтибар менән уратып алырға тейеш тип белдреҙе Радий Хәбиров. «Именлек» үҙәге 1991-се йылда эшләй башлай. 2-се корпусты 2008-се йылда сафҡа индерәләр, ә инде быйыл Демография милли проекты сиктәрендә 3-сө корпус төҙөлөп үҙ ишектәрен асты. бындай учреждениелар бик мөһим, сөнки өлкән йәштәгеләр оҙағыраҡ йәшәй башлаған, шуға ла уларҙы яҡшы шарттар менән тәьмин итергә кәрәк тип белдерҙе Башҡортостан башлығы. Әле республикала 21 стационар социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһы эшләй, улар араһында 5-йорт-интернат, 15 психоневрология интернаты һәм үҙенсәлекле балалар өсөн 1 интернат бар. Үткән йылда ғына 44 мең ярым кеше социаль ярҙам менән тәьмин ителгән.
Өфөлә “Именлек” республика геронтология үҙәгенең яңы корпусы асылды
Өфөлә “Именлек” республика геронтология үҙәгенең яңы корпусы асылды