Өфөнән Aй Йола башҡорт төркөмө яңы йырын сығарҙы

Өфөнән Aй Йола башҡорт төркөмө яңы йырын сығарҙы
  • Өфөнән Aй Йола башҡорт төркөмө яңы йырын сығарҙы

«Батыр» тигән трек төркөмдөң рәсми телеграм-каналына һалынған. Роликтың рус, башҡорт, ҡаҙаҡ һәм инглиз телдәрендә субтитрҙары бар. Быға тиклем төркөмдөң «Һомай» йыры Shazam донъя чартында 4-се урынға күтәрелгәйне. Был трек Рәсәйҙә, Нидерландта, Финляндияла, Белоруссияла һәм Ҡаҙағстанда алдынғы позицияны биләй. Сингапурҙа, Чехияла, Данияла һәм Үзбәкстанда – икенсе, ә Хорватияла һәм Азербайжанда дүртенсе урында тора. Норвегияла һәм Төркиәлә ул – иң яҡшы унау, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Швецияла, Австрияла һәм Бөйөк Британияла иһә Топ 30 иҫәбендә.