Рахманинов. Ғүмерлеккә һуҙылған симфония

Рахманинов. Ғүмерлеккә һуҙылған симфония
  • Рахманинов. Ғүмерлеккә һуҙылған симфония

Рәсәйҙең Ҙур театрының тарихи сәхнәһендә Башҡорт Дәүләт опера һәм балет театры “Рахманинов. Ғүмерлеккә һуҙылған симфония” балет-фантазияһын күрһәтте. Республика башлығы был ваҡиғаның театр тормошонда үтә лә мөһимлеген билдәләп, премьера Башҡортостанда алып барылған сәйәсәттең логик дауамы тип белдерҙе. Быға тиклем беҙҙең артистарыбыҙ Ҙур театрҙа 1955 йылда сығыш яһаған булған, тине Радий Хәбиров. Ә башҡала театры етәкселеге менән һөйләшеүҙәрҙән һуң, Мәскәү сәхнәһендә йыл һайын яңы спектакль ҡуйыла. Улар рәтендә «Дон Кихот», «Аттила», «Садко» опералары. Алдағы йылдарға ла пландар ҙур, тип уртаҡлашты төбәк етәксеһе. “Рахманинов. Ғүмерлеккә һуҙылған симфония” балет-фантазияһы- бөйөк рус композиторы, пианист һәм дирижерҙың ижадына арналған. Был балеттың донъяуи премьераһы 2023-сө йылда бөйөк рус композиторының тыуыуына 150 йыл тулған йылда башҡорт опера һәм балет театрында үткәйне. Спектакль сюжеты нигеҙендә композиторҙың тормош һәм ижад юлы ята. Федор Шаляпин образын билдәле бас, Башҡорт опера һәм балет театрының художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов уйнаны. Либретто авторы Иван Складчиков әйтеүенсә, был балетта Серегей Рахманинов үҙ тормошона ситтән тороп ҡарай.