Республикала яҙ ҡар менән бергә асфальт та ирей. Был инде водителдәр араһында лаҡапҡа әйләнгән. Автомобиль хужалары әйтеүенсә, юлдарҙың айырым өлөштәренән үтеүе бик ауырға тура килә. Ҡайһы берәүҙәр юлдар сәбәпле автомобилдәрен ҡыйбатлы ремонтҡа тапшырырға мәжбүр. Башҡала юлдарынан беҙҙең хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова ла үтеп ҡараны.Өфөлә водителдәрҙең үҙәгенә үткән юлдарҙы ремонтлау башланды. Миңлеғәле Ғөбәйҙулин урамындағы был соҡорҙо барлыҡ водителдәр ҙә тиерлек белә. Уның тураһында республика менән идара итеү үҙәгенә, социаль селтәрҙәргә лә яҙғандар. Шуға ла республика башлығы Радий Хабиров оператив кәңәшмәләрҙең береһендә ошо мәсьәләгә етди иғтибар бирергә ҡушты. Республика башлығының шелтәһенән һуң Өфөнөң барлыҡ райондарында ла юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямауға сығалар. Совет районында юлсылар һауа торошоноң яҡшырғанын, асфальт етештереү заводының эш башлауын көтөргә мәжбүр була. Шул сәбәпле һуңлабыраҡ булһа ла эшкә тотналар. Водителдәр иһә саң ҡағырға мәжбүр. Улар әйтеүенсә, ысынлап та башҡала статусына эйә булған ҡалала ҡайһы бер урамдарҙан бөтөнләй үтерлек түгел. Самарканд урамындағы был юл, картаға ышанһаң, Сипайлово урамынан Новоженово урамына барып етер өсөн иң ҡыҫҡа юл, әммә бында уртаса хәрәкәт итеү тиҙлеге сәғәтенә 10 км ғына.
Автомобилселәргә күп осраҡта көн дә бер үк юлдан йөрөргә тура килә. Юлсыларҙы осраҡтҡан юҡ, ти уларҙың күптәре. Юлдағы соҡорҙарҙы ремонтлау эштәре рәсми рәүештә февраль айынан алып барыла. Өфөнөң ҡайһы бер урамдарында юлдарҙа соҡорҙар, әлбиттә, ремонтланған. Ҡариҙел урамында, мәҫәлән, бер ай элек хәл ошолайыраҡ була. Хәҙер юлдағы соҡор ямалған, әммә соҡор урынында ҡалҡыулыҡ барлыҡҡа килгән. Белгестәр әйтеүенсә, өс аҙнанан бында тағы ла соҡор барлыҡҡа киләсәк. Асфальт-бетон ҡатнашмаһы менән ямалған бындай соҡорҙар ваҡытлыса икәненә ышанырға ғына ҡала.Юлдарҙа ремонт эштәре әлеге көндәрҙә әүҙем бара, эшселәр әйтеүенсә, көндәр йылытыу менән эштәр тәүлек әйләнеһе алып барыласаҡ.