Быйыл көндәрҙең ҡапыл йылытыуы сәбәпле талпандар ҙа 2 аҙнаға иртәрәк уянған. Зарарлы талпан ҡаҙалған осраҡта кешенең мәңгелеккә инвалид булып ҡалыуы ихтимал. Шуға ла табиптар һаҡланыу сараларын алдан уҡ хәстәрләргә кәңәш итә. Хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина белгестәр менән осрашып. Анна Гущинаның улы Ағиҙел буйына саф һауала йөрөргә сыҡҡан. Фаразлау буйынса. ҡыуаҡлыҡ аша үткәндә уға талпан ҡаҙалған. Тән температураһы күтәрелеүҙән алып фалиж һуғыуға тиклем. Энцефалитлы талпан тешләгәндән һуң тәүге аҙна-ун көн эсендә кеше бер нимә лә һиҙмәй йөрөргә мөмкин. Һуңынан тән температураһы күтәрелә һәм баш ауырта башлай, артабан мускул һәм быуындар һыҙлай, хатта фалиж һуғыу ҡурҡынысы бар. Шуға тәндә талпанды тапҡас та Быйыл көндәрҙең ҡапыл йылытыуы сәбәпле талпандар ҙа 2 аҙнаға иртәрәк уянған. Шуға ла тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә бер нисә ҡағиҙәне үтәргә кәрәк: сығыр алдынан кейемгә төрлө репиленттар һиптерергә кәңәш ителә. Урманда йәки паркта йөрөгәндә асыҡ төҫтәге кейем, башлыҡ йәки яулыҡ ябыныу һәм салбар балағын итеккә тығып ҡуйыу мотлаҡ. Шулай уҡ кейемде махсус препарат менән эшкәртеү артыҡ булмаҫ. Даими рәүештә юлдаштарығыҙ менән бер-берегеҙҙең өҫ-кейемен дә ҡарарға онотмағыҙ. Урманда ергә ятыу һәм ултырыу ҙа ҡәтғи тыйыла. Беҙҙең республикала талпан энцефалитын йоҡтороу ихтималлығы ҙур. Ул ҡурҡыныс сир, ваҡытында дауаламаһаң инвалидлыҡ, хатта үлемгә килтереүе ихтимал. Ғәҙәттә, талпан тешләүҙән сир башланғанға тиклем 7-14 көн үтә. Кешенең температураһы 38-39 градусҡа тиклем күтәрелә, баш, тән ауырта, хәлһеҙлек, күңел болғаныуы, йөҙ һәм күҙҙең ҡыҙарыуы күҙәтелә. Талпанды тартып алғас та, лабораторияға тапшырырға кәңәш итә табиптар. Уның вирусын билдәләү өсөн бөжәкте имгәтмәй генә алыу мотлаҡ.Талпандар кешегә артыҡ зарар тыуҙырмаһын өсөн Өфө парктарында махсус бригада эшләй. Ағыулы матдәне улар төндә генә һибә.
Талпандар һөжүм итә
Талпандар һөжүм итә