Йылдағыса “Динамо” стадионында Башҡортостандың халыҡ артисына арналған волейбол буйынса турнир үтте. Унда Рәсәй-Башҡортостан радиоһы хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашып, иң көслө өс команда исемлегенә инде. Ғәзиз Лоҡманов дауам итә.Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин күптәрҙең остазы, журналистар уға ҡарап үрнәк алды, тәжрибә тупланы. Шулай уҡ ул спорт яратты. Йөҙә, йүгерә, саңғыла уҙыша торғайны, бигерәк тә волейбол яратты. Һәм тап ошо спорт төрөн ул популярлаштырыу буйынса күп эшләне. Төрлө ярыштар ойошторҙо һәм үҙе лә уртаһында ҡайнаны. Башҡортостан һәм Юлдаш радиолары капитаны булды. Әхәт Мортазин хөрмәтенә арналған турнир быйыл етенсе тапҡыр уҙғарылды. Уны Башҡортостан дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы, Юлдаш радиоһы, республиканың Журналистар берлеге, Бөтә Рәсәй Динамо спорт йәмғиәте, билдәле дикторҙың яҡындары һәм бағыусылар ойошторҙо. Сарала ҡатнашыусылар ярыштың йылдан йыл мәртәбәһе арта барыуын билдәләй. Икенсе йылға, мәҫәлән, тағы ла 4-5 команда ҡатнашырға теләк белдергән.77 йәшлек Рафаэль Йосопов телевидение ветераны. Әхәт Мортазин менән бергә төрлө ярыштарҙа ҡатнаша, волейбол да уйнай. Быйыл ул иң яҡшы пас биреүсе номинацияһында еңеү яуланы. Башҡа командаларҙан да оҫта уйынсылар билдәләнде.Быйыл турнирҙа Йондоҙҙар командаһы еңеү яуланы. Икенсе, өсөнсө урындарҙы БСТ һәм радио хеҙмәткәрҙәренән торған йыйылма команда бүлеште. Дүртенсе урында киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре. Һәр командаға ҡиммәтле бүләктәр, миҙалдар, Кубок һәм грамоталар тапшырылды. Башҡортостандың Халыҡ артисы Әхәт Мортазин 59 йәшендә беҙҙең аранан китте. Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһы үҫеше Әхәт Мотаһар улының тынғыһыҙ хеҙмәтенә бәйле. Ул ысын мәғәнәһендә Башҡортостан тауышы булды. Легендар дикторыбыҙҙы һәр ҡала, ауылда беләләр ине. Һәр йорттың һәм ғаиләнең ағзаһы ине. Республика Левитаны тип йөрөттөләр уны. Утыҙ йылдан ашыу көн һайын тиерлек ошо ҡабатланмаҫ тенор, үҙенсәлекле, мөһабәт тауыш Башҡортостан халҡын уятты. Уның тауышын танымаған кеше юҡтыр республикала. Әхәт Мортазин 80-се йылдарҙа балалар тапшырыуҙары алып барыусыһынан башлап, тиҙ арала киң танылыу алған диктор вазифаһына тиклем күтәрелә. Башҡортостан радиоһының 90 йыллығына бағышланған “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында биргән һуңғы интервьюларының береһендә ул үҙенең эшкә килгән йылдарын һағынып иҫкә алғайны. Уҡытыусы булырға хыялланған егет, үҙе лә һиҙмәҫтән журналистикаға бирелеп китә һәм яҙмышының был юҫыҡҡа алып килеүенә бер ҡасан да үкенмәй. “Мине ҡабул итеп, тыңлаусылар бар икән – тимәк мин дә бар” тип әйтә ул “Башҡортостан тауышы” тапшырыуында.
Өфөлә легендар диктор Әхәт Мортазинды иҫкә алдылар
Өфөлә легендар диктор Әхәт Мортазинды иҫкә алдылар