Патриотик проект бөтә ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа ла үтә.Патриотик проект бөтә ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа ла үтә. Ирекмәндәр йәмәғәт урындарында һәм урамдарҙа халыҡҡа георгий таҫмаларын таратасаҡ. Ул иҫтәлек символы булып тора һәм “Мин иҫләйем һәм ғорурланам”, тигәнде аңлата. Акция 2005-се йылда башланғайны, ошо арауыҡ эсендә миллионлаған Георгий таҫмаһы таратылған. Сараға Башҡортостан халҡы ла йыл да бик теләп ҡушыла. Меңләгән кеше ошо таҫманы тағып, Еңеү көнөн ҡаршылай. Акцияла Рәсәй генә түгел, элекке союз илдәре һәм Европа ла ҡатнаша. Уҙған йылда Рәсәйҙә 20 миллион георгий таҫмаһы таратылған.
Башҡортостанда “Георгий таҫмаһы” акцияһы башлана
Башҡортостанда “Георгий таҫмаһы” акцияһы башлана