Ағымдағы аҙнанан башлап һәр шаршамбы Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында тура эфирҙа оператив кәңәшмә үткәрә. Был юлы Башҡала мэры яңы ремонтланған тротуарҙарҙы тәртипкә килтереүҙәрен талап итте. Шулай уҡ ҡала башлығының иғтибары былтыр реконструкцияланған йәйәүлеләр өсөн тәғәйен биләмәләрҙең торошона ла йүнәлтелде.Тулыраҡ беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән яҙмала.Өфө мэры Ратмир Мәүлиевты, Карл Маркс, Коммунистик һәм Ленин урамдарында яңы түшәлгән плиткаларҙың ҡубып ятыуы, ҡайһы бер урындарҙа уның бөтөнләй булмауы борсой. Был башҡаланың тарихи урындарын реконструкциялаған подрядсы үҙ эшен тулыһынса башҡармағанлығына ишара, тине ҡала башлығы.Көн тәртибендәге мөһим мәсьәләләрҙе тикшереү алдынан март аҙағында үткән дөйөм ҡала өмәһе сиктәрендәге конкурсҡа йомғаҡ яһалда. Иң әүҙем район хакимиәттәренә тирә-яҡты төҙөкләндереүгә сертификаттар тапшырылды.Кәңәшмәлә ҡаланы йәшелләндереү йәһәтенән башҡарыласаҡ эштәр тураһында ла һүҙ барҙы. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә 3 меңгә яҡын ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртыласаҡ. Акция 26 апрелдә башлана. Ҡала биләмәләрен яҙғы-йәйге санитар эшкәртеүҙе ойоштороу ҙа көнүҙәк тине, Өфө хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь идаралығы етәксеһе.Башҡала өсөн иң төп темаларҙың береһе – Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерлек. Ғәҙәттәгесә, байрам тантаналары Башҡаланың барлыҡ райондарында ла киң билдәләнәсәк. Ленин майҙанында хәрби техника күргәҙмәһен ойоштороу ҡаралған. Унда шулай уҡ НАТО илдәренең ҡулға алынған трофей техникаһы ла ҡуйыласаҡ. Парадҡа әҙерлекте әленән күрергә була. Уҙған аҙнала Өфө “Бөтә донъя һөнәрселәр ҡалаһы” статусына лайыҡ булды. Был баш ҡалабыҙға ойоштороусы ролен башҡарырға мөмкинлек бирә. Әйткәндәй, Башҡортостандың баш ҡалаһы Рәсәйҙә беренсе булып ошондай халыҡ-ара статусты яуланы.Күп фатирлы йорттарҙа йылытыуҙы һүндереү эштәре ҡасандан атҡарыла. Оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта ла һүҙ барҙы. Төбәккә йәнә һыуыҡтар килеү сәбәпле, чиновниктар фатирҙарға йылы биреүҙе туҡтатыуҙы әле иртәрәк тип тапты.
Ҡала ҡасан тәртипкә килтерелер?
Ҡала ҡасан тәртипкә килтерелер?