Петербург: дебюттан триумфҡа

Петербург: дебюттан триумфҡа
  • Петербург: дебюттан триумфҡа

Өфөнөң Федор Шаляпин исемендәге музыка музейында легендар бастың Мариин театры менән хеҙмәттәшлегенең 130 йыллығына арналған «Петербург: дебюттан триумфҡа» тип аталған күргәҙмә асылды. Күргәҙмәнең төп байлығы — Борис Годунов һәм Мефистофель костюмдары. Уларҙы Санкт — Петербург дәүләт театр һәм музыка сәнғәте музейынан алып килгәндәр. Хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова күргәҙмәне тәүгеләрҙән барып күрҙе.Фауст операһынан “Мефистофиль” Федор Шаляпиндың репертуарындағы иң билдәле образдарҙың береһе. Легендар басс был образда ҡырҡ йылдан ашыу, донъяның иң билдәле сәхнәләрендә сығыш яһай. Йырсының тап ошо сәхнә костюмы күргәҙмәнең төп экспонаттарының береһе.Шулай уҡ Федор Шаляпинды уның иң сағыу, уңышлы ролдәренең береһе Мусоргский операһынан «Борис Годунов» образынан тыш күҙ алдына килтереп булмай. Легендар операнан батша костюмы ла күргәҙмәлә үҙәк урын алған. Федор Шаляпиндың Мариин театры сәхнәһендә алҡыштарға күмелеүе шаһиттары булған сәхнә костюмдарын Өфөнөң музыка музейына килтереү ҙур ваҡиға. Уларҙы Санкт — Петербург Дәүләт театр һәм музыка сәнғәте музейынан алып киләләр. Өфөгә тиклем был уникаль экспонаттарҙы мотлаҡ горизонталь рәүештә, хатта һаҡ аҫтында алып киләләр. Башҡортостанда бындай күргәҙмә ойоштороу уйы Анастасия Барановаға килә. Тап ул Петербург коллегаларын экспонаттарҙы килтерергә рухландыра, концепция эшләй һәм экспозиция йыя. Өфөләргә тәүге тапҡыр музей фондынан уникаль экспонаттар: афишаларҙың күсермәләр, бөйөк бастың Петербургта йәшәгән осоро менән бәйле фотоһүрәттәр, театр эскиздары тәҡдим ителде.Музей өсөн тағы бер ҡиммәтле бүләк. Бында Федор Шаляпин һүрәтләнгән 104 открытка йыйылған. Был альбомды 1982 йылда Санкт- Петербург музейына бер ҡыҙ алып килә.Күргәҙмәгә килгән һәр кем Федор Шаляпиндың сәхнә образдары уның был образдар менән тәүге танышыуҙан алып донъя триумфына тиклемге ижад тарихы тураһында белә ала.Экспозицияға ҡуйылған әйберҙәр менән 9 сентябргә тиклем танышырға мөмкин. Музейҙа Федор Шаляпиндың ижад юлына арналған экскурсиялар ойоштороу һәм тематик саралар үткәреү ҙә ҡаралған.