Яҙғы ҡыр эштәрен башлап өлгөргән аграрийҙар өсөн был бөгөн көнүҙәк һорау.Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, апрель ҡары зыян итмәйәсәк, хатта файҙа буласаҡ. Сөнки был ерҙе өҫтәмә дымлау мөмкинлеген бирә. Әле 30-лаған районда ужым баҫыуҙарын туҡландырыу эштәрен башлағандар. Синоптиктар быйылғы йәйҙең аномаль эҫе булыуын фаразлай. Ә иҡтисадсылар сәсеү кампанияһы былтырғынан 25 процентҡа ҡиммәтерәккә төшәсәк, тип иҫәпләп сығарған.
Мәлһеҙ яуған ҡар арҡаһында сәсеүлектәр әрәм булмаҫмы?
Мәлһеҙ яуған ҡар арҡаһында сәсеүлектәр әрәм булмаҫмы?