“Ай Йола” башҡорт халҡы данын донъяға тарата

“Ай Йола” башҡорт халҡы данын донъяға тарата
  • “Ай Йола” башҡорт халҡы данын донъяға тарата

Башҡортостанда әле хужалыҡтар трактор-сәскестәрҙе ремонтлауҙы тамамлап, етерлек яғыулыҡ-майлау материалдары туплаған. Әммә, сәсеүгә кооперативтарға 30 миллиард һумдан ашыу аҡса кәрәк. Ошо турала оператив кәңәшмәлә белдерелде. Ултырыш унда ҡаралған башҡа мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин һөйләй. “Ай Йола” төркөмөнөң музыкаль синглы башҡорт халҡы данын донъяға тарата. Ошо турала респблика башлығы Радий Хәбиров дүшәмбелә, оператив кәңәшмәлә белдерҙе. “Һомай” композицияһы авторҙары һәм башҡарыусылары хәҙер яңы исем менән дә сығыш яһай. Ринат Рамазановҡа “Башҡортостандың халыҡ артисы”, ә Руслан Шәйхетдинов менән Адель Шәйхетдиноваға “Башҡортостандың атҡаҙанған артистары” исемдәре бирелә. Кемдер был дүшәмбене яңы исем менән ҡаршылаһа, республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова был аҙнаны Радий Хәбиров шәхсән тапшырған ҡағыҙҙарҙы тикшереүҙән башлай. Башҡортостан етәксеһе ҡала-райондарҙы таҙартыу, тәртипкә килтереү барышына риза түгел. Теүәл 2 аҙнанан төбәктең иң бысраҡ муниципаль биләмәһе аталып, уның башлығы исеме менән 4 миллиондан ашыу кеше таныш буласаҡ. Башҡортостандың урамдары ғына түгел, ә юлдарында ла тәртип булырға тейеш. Һуңғыһына килгәндә, хәлдәр яҡышларҙан түгел. Республиканың үҙенә ҡараған магистралдәр, район-ҡалалар араһындағы трассаларҙағы соҡорҙарҙы ямауға айырым иғтибар булырға тейеш. Әлеге лә баяғы, күп кенә муниципаль биләмәләрҙә эштәр юғары баһа алмай. Ә соҡорҙарҙың да миҙал кеүек икенсе яғы бар. Юлдарҙағы етешһеҙлектәр хатта сәйәсәткә әйләнә. Тимәк, етешһеҙлектәрҙе ваҡытында ямамамған осраҡта, теге йәки был етәксенең вазифаһынан бушатылыуы ихтимал. Юлдар, тағы бер тапҡыр юлдар һәм таҙалыҡ. Башҡортостан экология өмәләре йомғаҡтарын иғлан итеү менән бер рәттән, экология акциялары етешһеҙлектәрен дә атаны. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова билдәләүенсә, әле район –ҡалалар Еңеүгә бәйле урындарҙы тәртипкә килтерә. Шуныһын да әйтергә кәрәк, республикала Бөйөк Ватан һуғышына арналған 4 мең һәйкәл, монументаль ҡоролма, бюст, скульптура, парк-аллея бар. Республиканың ауыл хужалығы тармағының ғына бөгөн айырым хәстәре. Аграр сектор киләһе аҙнаны көтә. 21-се апрелдән кооперативтар яҙғы баҫыу эштәренең төп өлөшө – сәсеүгә сығасаҡ. Министр Илшат Фазрахмановтың һүҙҙәре ышаныс өҫтәй. Башҡортостан алдында иһә әле иң ҙур бурыстарҙың берһе – Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерлекте иң юғары кимәлдә билдәләү. “Үлемһеҙ полк” акцияһы, һуғыш ветерандары, уларҙың ғаилә ағзалары менән осрашыу, һәм әлбиттә тәрбиәүи саралар – быларға әҙерлек өсөн республиканың тағы 3 аҙна ваҡыты бар.