Рәсәй пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһенең элекке етәксеһе Фоат Хантимеров 75 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй. Фоат Ғәләүетдин улы һигеҙ йыллыҡ мәктәп уҡытыусыһынан алып Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ФИНАНС министры, РӘСӘЙ ПЕНСИЯ ФОНДЫНЫҢ БАШҠОРТОСТАН бүлексәһе идарасыһы һәм Рәсәй Федерацияһы пенсия фонды идараһы ағзаһына тиклем хеҙмәт юлын үткән шәхес. Уның тураһында тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта.Фоат Ғәләүетдин улы үҙен һәр ерҙә лә юғары квалификациялы белгес итеп күрһәтә. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһының финанс Министры, Ә һуңынан Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары булып эшләгәндә, Фоат Ғәләүетдин улы республиканың дәүләт финанс системаһын булдырыуға, дефицитһыҙ бюджет әҙерләүгә, бюджет-ара мөнәсәбәттәр системаһын формалаштырыуға һәм көйләүгә ҙур өлөш индерә.2002 йылдан Фоат Хантимеров РФ пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы Буйынса Бүлексәһен етәкселек итә. Структураны камиллаштырыуға, уның эшмәкәрлеген тәьмин итеүгә, яңы эш формаларын һәм ысулдарын индереүгә күп көс, белем һәм тәжрибә һала. Уның туранан-тура етәкселеге аҫтында 2003 йылда Башҡортостан Республикаһында «граждандарға мотлаҡ пенсия страховкалауының шәхси иҫәптәре торошо тураһында Мәғлүмәт Биреүҙең Электрон системаһы» проекты тормошҡа ашырыла, артабан ул Рәсәй Пенсия фонды етәкселеге тарафынан хуплана һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путинға тәҡдим ителә.Пенсия реформаһын тормошҡа ашырыуға, Пенсия фондының Башҡортостан Буйынса Бүлексәһенең камил эшмәкәрлеген тәьмин итеүгә, яңы эш формаларын һәм ысулдарын индереүгә күп көс, белем һәм тәжрибә һала Фоат Ғәләүетдин улы. Уның туранан-тура етәкселеге аҫтында республикала «Клиент хеҙмәте», «граждандарға мотлаҡ пенсия страховкалауының шәхси иҫәптәре торошо тураһында Мәғлүмәт Биреүҙең Электрон системаһы»проекттары тормошҡа ашырыла, артабан үҫеш ала.Пенсия хеҙмәте эшмәкәрлегенең бар йүнәлештәре баһаланған бөтә Рәсәй конкурсында Рәсәй пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе бер нисә тапҡыр «Рәсәй пенсия фондының иң яҡшы бүлексәһе», тип тә таныла. Өлгәшкән уңыштары, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы Буйынса Бүлексәһе идарасыһы Фоат Ғәләүетдин улы Хантимеров Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың рәхмәт хаты ла тапшырыла.
Фоат Хантимеров 75 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй
Фоат Хантимеров 75 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй