Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальонда пехотаның хәрби машинаһы экипажы шаяртып үҙҙәрен шулай атай. Яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк бер бронетехникала хеҙмәт итә. Дуҫтарса мөнәсәбәт, берҙәм эш итеү яуҙа күп тапҡырҙар ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән. Хәрби машина экипажы менән хәрби хәбәрсебеҙ Айнур Кәбиров та осрашты. Элечка йәнә хәрби заданиеға сыға. "Сәит" ҡушаматлы яугир үҙенең ҡатыны хөрмәтенә пехотының хәрби машинаһына шундай атама биргән. Яҡташыбыҙ батальон ойошторолғандан алып бронетехника штурвалы артында. БМП экипажы менән ул иҫәпһеҙ-һанһыҙ алышта булған. Дошман нығытмалары алынған, ауыл һәм ҡалалар азат ителгән. Үҙҙәре лә һөжүм аҫтында ҡалыу осраҡтары булған, әммә Элечка яугирҙарҙы ут эсенән иҫән-һау сығарған.Бронемашина экипажы ла тәүге көндәрҙән алып бергә хеҙмәт итә. Утта сыныҡҡан яҡташтарыбыҙ бер- береһенең һәр хәрәкәтен һүҙһеҙ аңлай. "Чикаго" БМП ла төҙөүсе оператор. Уның ҡарамағында 30 һәм йөҙ миллиметрлыҡ ике пушка һәм бер нисә пулемет. Ҡыйратылмаған сәп әлегәсә ҡалғаны юҡ, ти яугир. Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальон бронетөркөмө менән Әбйәлил егете етәкселек итә. "Оскар" ҡушаматлы яугир батальонға һуңғараҡ килеүенә ҡарамаҫтан, идара эшенә йәлеп ителә. Уның командованиеһы аҫтында Доставаловсылар байтаҡ ауылдарҙы нацистарҙан азат итә. Пехота машиналары йәнә хәрби заданиеға сыға. Разведка яҡындағы нығытмаларҙа дошман хәрәкәтен асыҡлаған. Ҡаршы яҡ позициялары юҡ ителгәндән һуң экипаж тиҙ генә кире әйләнә. Сөнки атыу урынын эҙләргә күккә дошман ҡоштары күтәрелә. Элечка ла йәнә көтөү урынына йәшеренә.
Теге өсәү
Теге өсәү