Башҡалала башҡортса өҫтәл уйындарының исем туйы үтте

Башҡалала башҡортса өҫтәл уйындарының исем туйы үтте
  • Башҡалала башҡортса өҫтәл уйындарының исем туйы үтте

Бишбармаҡ, Зирәк, Әлләсе, Бесәй-сәй-айыу-бал-май уйындарын Хазина ойошмаһы һәм Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тәҡдим итте. Сарала уйындарҙы һынап ҡарауҙа ҡатнашҡан мәктәп һәм балалар баҡсалары вәкилдәре, башҡорт ғаиләләре ҡатнашты. Проект Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған. Уйындар менән хеҙмәттәшем Сәлимә Исламова танышты.Бишбармаҡ хәҙер Биктимеровтар ғаиләһенең иң яратҡан өҫтәл уйыны. Ул үҙ туған телеңдә тиҙ фекерләргә өйрәнеү, тел байлығын үҫтереү өсөн ҡулай, ти балалар. Шуныһы үҙенсәлекле, өҫтәл уйындарында атамалар башҡорт һәм инглиз телендә бирелә.Балалар төрлө гаджеттар менән мауыҡҡан заманда, телефондағы уйындарҙы алыштырырҙай бик лайыҡлы проект, ти Рәлиә Биктимерова. Беҙгә таныш булмаған һүҙҙәр ҙә осрай, әммә ни тиклем йыш уйнайбыҙ, шунса күберәк яңы һүҙҙәр беләбеҙ, ти Биктимеровтар ғаиләһе.Тел өйрәнеү өсөн өҫтәл уйыны – киң таралған һәм отошло алым. Тап ошо маҡсатта, “Хазина” ойошмаһы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән берлектә был башланғысты тормошҡа ашыра.Проекттың исем туйында 4 уйын күрһәтелде. Һәр береһенең үҙ йүнәлеше һәм йөкмәткеһе бар. Проект етәксеһе Гүзәлиә Исхаҡова әйтеүенсә, “Әлләсе” уйынын уйнау өсөн башҡорт телен яҡшы белеү мотлаҡ. “Бесәй- сәй-айыу-бал-май” Европала киң таралған уйынға оҡшаш. Авторҙар уны башҡорт мөхитенә яраҡлаштырып эшләгән.Уйын иң бәләкәстәр өсөн. “Бишбармаҡ” уйыны сослоҡ тәрбиәләһә, Зирәк — башты эшләтеү өсөн, иң ҡатмарлы уйын.Был башланғыстың төп маҡсаты – башҡорт телен киңерәк танытыу, уның ҡулланылыу даирәһен киңәйтеү. Сарала ошо уйындарҙы һынап ҡараған мәктәп һәм балалар баҡсалары вәкилдәре, башҡорт ғаиләләре, уларҙың балалары ҡатнашты. Ата-әсәләр, етәкселәр проектты атҡарыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерһә. Балалар үҙ сиратында — география, аҡса тотонорға өйрәнеү буйынса уйындар булһа ине, тигән теләктәре менән уртаҡлашты. Проектты тормошҡа ашырыусылар артабан уйындарҙы һатыуға сығарып, уны киң аудиторияға таратыу юлдарын эҙләйәсәк.