Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант акцияһы уҙа

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант акцияһы уҙа
  • Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант акцияһы уҙа

Ул онлайн һәм оффлайн тәртиптә ойошторола. Уҡыу йорттары, мәҙәниәт һәм йәмәғәт ойошмаларында махсус майҙансыҡтар эшләйәсәк. Башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр, иркен аралашыусылар һәм төнъяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн айырым текстар ҡаралған. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант “Тел – халыҡтың рухи мираҫы” девизы аҫтында үтә. Ул 26 апрелдә башлана һәм өс көн дауам итә. Диктантты яҙыу урындары менән bashdiktant нөктә ru сайтында танышырға була.