«Башҡортостан геройҙары» проектына теркәлгәндәр менән онлайн-һөйләшеүҙәр башланды

«Башҡортостан геройҙары» проектына теркәлгәндәр менән онлайн-һөйләшеүҙәр башланды
  • «Башҡортостан геройҙары» проектына теркәлгәндәр менән онлайн-һөйләшеүҙәр башланды

Республикала «Башҡортостан геройҙары» проектына теркәлгәндәр менән онлайн-һөйләшеүҙәр башланды. Ул 12-се майға тиклем дауам итәсәк. Проектта ҡатнашыусыларҙың идара эшмәкәрлегенә әҙерлеге, шәхсән сифаттары тикшерелә. Һөйләшеүҙе уңышлы үткәндәргә белемде камиллаштырыу курстарын үтергә тәҡдим ителәсәк. “Башҡортостан геройҙары” программаһы нигеҙендә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа эшләү өсөн квалификациялы идарасылар әҙерләнәсәк. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, алғы һыҙыҡта уларҙың яуаплылыҡ, намыҫ, Тыуған илгә тоғролоҡ, киҫкен хәлдәрҙә ҡарар ҡабул итә белеү кеүек иң яҡшы сифаттары сыныҡты. Етәксе өсөн ошондай сифаттар бик мөһим. Программа тыныс тормошҡа ҡайтҡан яугирҙәргә дәүләт һәм муниципаль идара йүнәлешендә белем алып власть органдарына эшкә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Унда ҡатнашыусылар тәжрибәле остаздар етәкселегендә уҡып сығып, стажировка үтеп, республиканың идара итеү командаһында лайыҡлы урын алырға тейеш.