Унда ваҡытында алла алиһәһе иконаһы урынлаша. Хәҙер ғибәҙәтхана Башҡортостан республикаһының мәҙәни мираҫы объекты булып тора. Йыл һайын изге урынға меңәрләгән кеше килә. Республика Башлығы ғибәҙәтхананы тергеҙеү башланғысы менән сыҡҡайны, хәҙер ул эшләй, әммә бик насар хәлдә. Диндарҙар төҙөкләндереү эштәренән һуң икона табылыр һәм Рәсәйгә ҡайтыр тип ышына. Хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова теманы дауам итә. Башҡортостан биләмәһендә иң боронғо ғибәҙәтханаларҙың береһе — Табын ауылы ҡорамы. 1826 йылда нигеҙ һалынған сиркәү яуҙар ваҡытында яндырыла һәм 1848 йылда яңынына урынында төҙөлә. Күтәреү өсөн Ағиҙел йылғаһының ярында ике кирбес заводы әҙерләнә. Төҙөлөш материалын бик оҙаҡ әҙерләйҙәр. Һуңынан формаға килтерәләр һәм киптерәләр. Бер аҙна самаһы мейестә яндыралар. Тап ошо сиркәүҙә Табын иконаһының икенсе һәм һуңғы күренеше була. Бында ул дан ҡаҙана һәм Табын тип атала башлай.Динде һәм дин тотоусыларҙы эҙәрлекләү 20 быуат башында башлана, ә сиркәү 1930 йылдың ғинуарында исемен юғалта. 30 йылдарҙа сиркәүҙе тартып алалар һәм ҡыңғырауҙы сисеп ташлайҙар. Был яңы ҡыңғырау 2000-се йылдарҙа сиркәүгә бүләк ителә. Йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, урындағы халыҡ динен һәм табын тәреһен онотмай.1954 йылда ғибәҙәтхана Табын консерва совхоз-заводы итеп йыһазландырыла. Ҡорамалдар ҡуйыла. Үҙгәртеп ҡороу ваҡытында үҙәк көмбәҙе емерелеп төшә. Шаһиттар әйтеүенсә, быны бер кем дә көтмәгән. Икенсе сменаның эше тамамлана, һәм төн уртаһында көмбәҙ емерелеп төшә.1990 йылда Табын ауылында мәхәллә асыла. Әммә ғибәҙәтханаға кешеләрҙе индермәйҙәр, һәм ғибәҙәт ҡылыуҙар урамда үткәрелә. 1999 йылда ғына, консерва заводы банкрот булғандан һуң күп һанлы мөрәжәғәттәрҙән һуң, урындағы властар, ниһайәт, ярым емерелгән ғибәҙәтхананы диндарҙарға кире ҡайтара. Урыҫ православ сиркәүе 2023 йылда ғына, күп ҡаршылыҡтар аша үтеп, үҙ милкенә ала. Шунан ғына төҙөкләндереү эштәре башлана. Завод биналары бушатылған һайын, мәхәллә кешеләре ғибәҙәтхананы яраҡлаштыра. Был ваҡыт эсендә улар ҙур эш башҡара: аш бүлмәһе, намаҙ уҡыу, ҡарауыл бүлмәләре һәм манара реставрациялана. Ваҡытлыса ҡорбан килтереү урыны ҡуйылған. Майҙаны 800 м-дан ашыу булған завод ҡоролмаларын һүтеп алалар һәм 1 гектар ерҙе ҡойма менән кәртәләйҙәр. Сүкеп эшләнгән ҡапҡалар һәм 4 метрлыҡ 7 секция был биләмәне ҡаплай. Бында ҙур сәскә түтәлдәре һәм 60-тан ашыу шыршы барлыҡҡа килә. Юл һалына, йәкшәмбе мәктәбе асалар, ҡорамалдар һатып алалар һәм просфораларҙы үҙаллы мейесләй башлайҙар. Был емерелек урында,ҡасандыр ҡорбан килтереү урыны булыуын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, әммә православие ғибәҙәтханаһына хас ярым түңәрәк уйым, бында батша ҡапҡаһы булыуын шаһитлай.Әлеге ваҡытта техник тикшереү эштәре үткәрелә, нигеҙ тикшерелә. Был экспертизалар һығымтаһы әҙерләнә.Ауыл мәхәлләһе өсөн түләй алмаҫлыҡ сумма. Тик битараф булмаған кешеләрҙең берлектәге тырышлығы менән генә был изге эште башҡарырға мөмкин. Иманлы кешеләр алланың мәрхәмәте менән икона тыуған йортона ҡайтыр тип өмөтләнә.
Табын ауылында боронғо православ ҡорамын тергеҙеү эштәре башлана
Табын ауылында боронғо православ ҡорамын тергеҙеү эштәре башлана