Өфөлә юл ситендә машина ҡуйыу урындары түләүле буласаҡ

Өфөлә юл ситендә машина ҡуйыу урындары түләүле буласаҡ
  • Өфөлә юл ситендә машина ҡуйыу урындары түләүле буласаҡ

Өфөлә июнь айынан үҙәк урамдарҙа юл ситендә машина ҡуйыу урындары түләүле буласаҡ. Шулай итеп, водителдәргә мобиль ҡушымта, смс хәбәр һәм банкомат аша сәғәтенә 40 һум түләргә тура киләсәк. Ял һәм байрам көндәрендә ҡала хакимиәте билдәләгән урындарҙа тимер атты бушлай ҡалдырырға мөмкин. Хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина репортажы. Өфөнөң тарихи үҙәгендә машина ҡуйыу мәсьәләһе водителдәрҙе күптән борсой. Йыш ҡына рөхсәт ителмәһә лә машиналар ике рәткә теҙелеп китә. Ә ҡала үҙәгендәге берҙән бер түләүле парковкала тимер атты ҡалдырып китеү күптәрҙең кеҫәһенә һуға. Эвакуатор ҡармағына эләкһәң инде автомобилде штраф туҡталҡалары буйлап эҙләп табырға һәм аҡса түләп алырға тура килә. Үткән йылдың октябрь айында Өфөнөң үҙәк урамдарында яңы билдәләр ҡуйылғайны. Уларҙың нимә аңлатҡанын барыһы ла белеп тә еткермәй. Зәңгәр төҫкә буялған билдәләр түләүле машина ҡуйыу урынын аңлата. Күптән түгел ҡала мэры Рәтмир Мәүлиев түләүле парковка адрестарын раҫланы. Документҡа ярашлы, 9 урамдың юл ситендә 1 м 188 парковка түләүлегә әйләнәк. Карл Маркс урамында 200, Пушкин урамында 193, Коммунистик урамында 176, Чернышевскийҙа 169, Мостай Кәрим урамында 152, Ленин урамында 143, Киров урамында 79, Достоевскийҙа 53 һәм Октябрь революцияһы урамында 24 түләүле парковка урыны барлыҡҡа киләсәк. Түләүле парковканың хаҡы сәғәтенә 40 һумға етә. Улай булһа ла водителдәр бик ҡыуана, сөнки көн һайын машинаны ҡайҙалыр ҡуйырға кәрәк. Хәҙер инде машинаны ҡалдыраһың да, күңелең дә тыныс. Түләүле парковкалар июнь айынан эшләй башлай. Күп балалы ғаиләләр, инвалидтар, Махсус хәрби операция яугирҙәре һәм ҡаланың төрлө хеҙмәттәре өсөн улар бушлай булыр тип көтөлә.