Башҡалала Вера Тиманова исемендәге 9-сы Бөтә Рәсәй йәш пианистар конкурсы үтте

Башҡалала Вера Тиманова исемендәге 9-сы Бөтә Рәсәй йәш пианистар конкурсы үтте
  • Башҡалала Вера Тиманова исемендәге 9-сы Бөтә Рәсәй йәш пианистар конкурсы үтте

Бәйгелә Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең Мәскәү, Ҡазан, Красногорск, Магнитогорс, Орехово-Зуева һәм башҡа ҡалалалрынан 120 уҡыусы-музыкант ҡатнашты. Вера Тиманова Өфөлә тыуып үҫкән. 19-сы 20-се быуатта йәшәгән Европа кимәлендәге бөйөк пианист. Уның уйнау һәләтен Ференц Лист юғары баһалаған. Петр Чайковский Вера Тиманованың ижади киләсәге сағыу буласаҡ тип юрай. Шулай була ла. Быйылғы бәйгелә 7 йәштән 17 йәшкә тиклемге музыканттарҙың башҡарыу кимәлен Шнитке исемендәге Мәскәү дәүләт музыка институтының фортепиано сәнғәте кафедраһы мөдире Рөстәм Шәйхетдинов рәйеслегендә юғары профессиональ жюри баһаланы. Тулыраҡ сираттағы яҙмала.Һәр конкурс алдынан ҡатнашыусының техник әҙерлегенән тыш психологик яҡтан ныҡлығы мөһим.Тулҡынланыу барыбыҙға ла хас. Әммә йәш музыканттарҙың тыныслығы һәм үҙҙәренә ышанысы хайран ҡалдыра.Йәш музыканттарҙәң асыҡ конкурсы- 2001 йылдан башланғыс ала. Йылдар үтеү менән ул Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан ҡатнашыусыларҙың иғтибарын йәлеп иткән. 2023 йылдан бәйге Бөтә Рәсәй конкурсы статусы ала һәм мәҙәни башланғыстар Президент фонды Гранты ярҙамында үткәрелә.7 йәштән 17 йәшкә тиклемге музыканттарҙың башҡарыу кимәлен билдәле пианистар баһаланы. Улар араһында яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Мәскәү дәүләт музыка институтының фортепиано сәнғәте кафедраһы мөдире Рөстәм Шәйхетдинов та бар. Конкурсанттарҙың иң бәхетлеләренә профессор оҫталыҡ дәресе лә үткәрҙе.