Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына арналған беренсе парад үтте. Байрам тантанаһында Совет районы хакимиәте башлығы, тынлы оркестр, төрлө ғәскәрҙәр ветерандары, ирекмәндәр, шайморатовсылар, Росгвардия кластарында белем алыусы уҡыусылар ҡатнашты. Тулыраҡ мәғлүмәт хәбәрсебеҙ Гүзәл Батыраева сюжетында. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Геннадий Яков улы Филинов махсус уның өсөн әҙерләнгән еңеү парадын ҙур тулҡынланыу менән күҙәтә. Башҡарылған һәр йыр, әйтелгән һүҙ тик ветеран өсөн генә яңғырай.17 йәштән фронтҡа алынған 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны шатлығын йәшермәй. Беҙҙе хөрмәтләп иҫкә алыр йәш быуын бар саҡта бер кем дә, бер ни ҙә онотолмаҫ, ти ул.Тиҫтә йылдар үтә, быуындар алмашына, әммә Бөйөк Еңеү, халҡыбыҙҙың милли ғорурлығы, хәрби даны һәм батырлығы тарихҡа мәңгелеккә яҙылып ҡуйылған. Үҙ тарихыбыҙҙы һөйләп, балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү, беҙҙең төп бурыс, ти Өфөнөң 100-сө мәктәбе директоры. Өфөнөң Совет районында 11 ветеран йәшәй, быйыл уларҙың өсәүһенең йөрто алдында ҙурлап ошондай сара үткәреү ҡаралған.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары сафы йылдан-йыл һирәгәйә бара. Әммә күңелдәребеҙҙә бөгөнгө тыныс тормошобоҙ, аяҙ күгебеҙ өсөн ғүмерен аямаған ҡаһармандарға рәхмәт хистәребеҙ сикһеҙ һәм мәңгелек.Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәр ветеран өсөн улар йәшәгән йорт эргәһенән йыл һайын Еңеү парады үтә. Был инде хәҙер матур йолаға әүерелде.
Һәр ветеран өсөн айырым парад
Һәр ветеран өсөн айырым парад