Махсус хәрби операция биләмәһенә Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районынан оҙатылған гуманитар ылау барып етте. Йөк автомобилдәре фронтта кәрәкле әйберҙәр тейәгән. Яугирҙар янына йөктө муниципаль берәмектәрҙең хакимиәт башлыҡтары ла оҙатып барҙы. 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы-Ҡаһым түрәнең яҡташтары йыйған ярҙамды махсус хәрби операция биләмәһендә беҙҙең хәрби хәбәрсебеҙ ҡаршы алды. Стәрлетамаҡ районынан Тайфун ҡушаматлы яугир Алмаз Сафин исемендәге батальонда хеҙмәт итә. Яҡташтары менән осрашыуға ул күтәренке кәйефтә килгән. Яугир Башҡортостандан гуманитар ярҙам алды. Стәрлетамаҡ ҡеүәтле сәнәғәт үҙәге, район иһә ауыл хужалығы мәркәзе. Махсус хәрби операция шарттарында был муниципаль берәмектәр фронттың ышаныслы тылына әйләнде. Предприятиелар, ойошмалар, ирекмәндәр һәм ябай халыҡ яугирҙарға ярҙам күрһәтергә ынтылып тора. Был юлы ла улар ҙур ылау туплаған. Ауыр йөк машиналарына төҙөлөш материалдары, квадрокоптерҙар, маскировкалау селтәрҙәре, шәхси посылкалар, юлһыҙ урындан үтеүгә һәләтле махсус автомобилдәр һәм хатта мини-экскаватор тейәлгән. Гуманитар ярҙамдың төп өлөшө “Башҡортостан” 31-се мотоуҡсылар полкы өсөн тәғәйенләнгән. Подразделениеларҙа Ашҡаҙар буйынан яугирҙар бихисап. Алексей Сухоруков исемендәге реактив артиллерия батареһын яугирҙар үҙ-ара шаяртып “Стәрлебат” тип атай. Полкташтар Стәрлетаҡ ҡалаһы һәм районы халҡына ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы хакимиәте башлыҡтары махсус хәрби операция биләмәһенә сәфәр барышында “Башҡортостан” 31 мотоуҡсылар полкы торған урынға ла барып етте. Улар яугирҙарҙың хәлен белеште, көнкүреш шарттары менән ҡыҙыҡһынды. Сергей Зорин исемендәге батальонда ҡунаҡтарға Т-90М “Прорыв” танкын күрһәттеләр. Был хәрби машина донъяла иң алдынғы һәм ҡеүәтле хәрби танк өлгөһө булып иҫәпләнә. Броняһы ныҡ, ҡоралы көслө, хәрәкәт етеҙлеге лә шәп.Әммә машина ниндәй генә булмаһын, иң мөһиме экипаж. Шуға ла Стәрлетаҡ Ватан һаҡсыларына һәм ваҡыт ярҙам күрһәтергә әҙер ти,ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шаймәрҙәнов. Еңеү тылда сүкелә тигән һүҙҙәрҙе фронтта йыш ҡабатлайҙар. Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы халҡы әҙерләп оҙатҡан гуманитар ылау был һүҙҙәрҙең хаҡлығын тағы ла бер ҡат раҫланы.
Ышыныслы тыл
Ышыныслы тыл