"Иҡтисади Башҡортостан" тапшырыуында ҡошсолоҡто үҫтереү хаҡында һөйләйәсәктәр

Тапшырыу Өфө ваҡыты менән 13 сәғәт 20 минутта башлана.
"Иҡтисади Башҡортостан" тапшырыуында ҡошсолоҡто үҫтереү хаҡында һөйләйәсәктәр

Башҡортостанда ҡошсолоҡ тармағын үҫтереү программаһы эшләй башланы. 2030 йылға тиклем төбәктә ҡош ите етештереүсе фермерҙар һанын арттырыу, өҫтәмә 300 ферма булдырыу маҡсаты ҡуйылған.

Дәүләттән ниндәй ярҙам алырға мөмкин, ни өсөн Башҡортостан ил кимәлендә ҡаҙ үрсетеү буйынса беренселәр рәтендә һәм ҡошсолоҡта ниндәй хәүефтәр бар?

Был хаҡта 24 апрель "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында һүҙ барасаҡ. "Иҡтисади Башҡортостан” тапшырыуы ҡунағы – БР-ң Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Вәлитов. Эфир ваҡыты — 13 сәғәт 25 минут.