Тарих «2»-ле билдәһен ҡуймай, ул бары тик ҡылған хаталар өсөн язалай

Тарих «2»-ле билдәһен ҡуймай, ул бары тик ҡылған хаталар өсөн язалай
  • Тарих «2»-ле билдәһен ҡуймай, ул бары тик ҡылған хаталар өсөн язалай

Өфөнөң Торатау конгреес-холында Павел Крашенинниковтың «На пути к сверхдержаве. Государство и право во времена войны и мира» тигән китабының исем туйы үтте. Бөгөнгө көнгә тиклем билдәле булмаған тарих биттәре, ҡот осҡос факттар был хеҙмәттә үҙәк урынды биләп тора. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина репортажында. Был фотола шағир Евгений Долматовский кешелекһеҙ, миллионлаған кешенең башына еткән Адольф Гитлерҙың скульптуралы башын тотоп китеп барыуы һүрәтләнгән. 1945-се йылдың майында был күренеште фотограф Евгений Халдей төшөрөп алған була. Бәхеткә күрә, фотографтың ҡыҙы менән Павел Крашенинников таныш була. Үҙенең яңы китабының тышлығына һүрәт итеп тап ошо фотоны һайлап ала. Юҡҡа түгел. «На пути к сверхдержаве. Государство и право во времена войны и мира» хеҙмәтендә һуғышҡа тиклем, һуғыш барған ваҡытта һәм унан һуңғы йылдарҙа донъяла дәүләт һәм хоҡуҡ системаларының торошо тураһында һүҙ бара.Сара сиктәрендә Павел Владимирович үҙенең китабы буйынса тамашасылар алдында сығыш та яһаны. 27 миллион кешенең ғүмерен ҡыйҙы ул һуғыш. Ул ваҡытта еңеү өсөн Сталин тарафынан алып барылған сәйәсәт, бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә девизы илебеҙҙең фашизмды еңеп сығыуына килтерә. Барыһы ла киләсәк өсөн, киләсәк быуындар өсөн.Документаль әҫәр өс шартлы осорға бүленә. "Накануне" — Ҙур террор тамамланғандан Алып икенсе донъя һуғышы башланыуға тиклемге тормош тураһында бәйән иткән бүлек. Артабан фашизмға ҡаршы көрәш буйынса аҙымдарҙы анализлау һәм Советтар Союзының һуғыштан һуңғы үҫеше менән тамамлана. Быларға барыһына ла ентекле анализ эшләнә. Автограф-сессияға килгәндәр Павел Крашенинниковтың үтә лә ябай кеше икәнлегенә инанды. Сараға килә алмаған хеҙмәттәштәренә автограф менән китап алыусы ҡатынға ул.«На пути к сверхдержаве» әҫәренең исем туйы илебеҙҙең бер нисә ҡалаһында үтеп өлгөргән. Ул электрон һәм ҡағыҙ вариантта донъя күрҙе.