Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты республика хөкүмәтенең резерв фондынан тәбиғәт һәм техноген һәләкәттәрен бөтөрөү буйынса айырым сараларҙы финанс яҡтан тәьмин итеүгә бюджет ассигнованиеларын бүлеү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереү проектын әҙерләне. Әйтәйек, граждандарға бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам күләме 15 мең һумдан 15 мең 675 һумға тиклем арттырыла. Тәү сираттағы кәрәк-яраҡты өлөшләтә юғалтҡанда 75 мең һум урынына 78 мең 375 һум, тулыһынса юғалтҡан осраҡта 150 мең һум урынына 156 мең 750 һум түләргә тәҡдим ителде. Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында һәләк булған кешенең туғандарына түләү күләме 1 миллион 500 мең һумдан 1 миллион 567 мең һумғаса арта. Сәләмәтлеккә еңелсә зыян килгән осраҡта 300 меңдән 313 мең һумға еткерелә. Һаулыҡҡа ауыр зыян килгән осраҡта, түләүҙе 600 меңдән 627 мең һумға тиклем арттырыу ҡарала.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында зыян күреүселәргә түләүҙәр күләмен арттырыу ҡарала
Ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында зыян күреүселәргә түләүҙәр күләмен арттырыу ҡарала