Башҡортостанда бал ҡорттарын төрлө ауырыуҙарға бушлай тикшереү быйыл да дауам итәсәк. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. 2030 йылға тиклем Башҡортостанда умартасылыҡҡа ярҙам итеү буйынса махсус комплекслы программа эшләй. Уның ярҙамында төрлө субсидиялар, гранттар алырға шулай уҡ бал ҡорттарын төрлө ауырыуҙарға бушлай тикшертергә мөмкин. Етенсе йыл рәттән райондарға ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһының күсмә модуле ебәрелә. Быйыл ул Бөрйән, Күгәрсен, Әлшәй, Нуриман, Мишкә, Борай, Салауат райондарында эшләне. Бал ҡорттары өсөн дә бына шундай үҙенсәлекле «сәләмәтлек поездары» йөрөй. Башҡортостан артабан да Рәсәйҙең баллы төбәге статусын нығытһын өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ, тине Радий Хәбиров.
Рәсәйҙең баллы төбәге
Рәсәйҙең баллы төбәге