Башҡортостан 9-сы майға әҙерләнә

Башҡортостан 9-сы майға әҙерләнә
  • Башҡортостан 9-сы майға әҙерләнә

Республиканың барлыҡ ҡала-райондарында махсус комиссиялар булдырылған.Өфөләге хәрби парадта 2 меңдән ашыу кеше ҡатнашыр, тип көтөлә. Төп репетиция Октябрь проспектында 4-се һәм 7-се майға тәғәйенләнгән. Байрам сараларының төп өлөшөнөң Өфөлә үтеүен иҫәпкә алғанда, баш ҡалала хәүефһеҙлек сараларын тәьмин итеү беренсе урынға сыға. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев “Үлемһеҙ полк” акцияһында ғына кәм тигәндә 200 мең кешенең ҡатнашыуын фаразлай.