Миҙал өсөн түгел, ғаиләмдең һәм илемдең киләсәге өсөн һуғыштым

Миҙал өсөн түгел, ғаиләмдең һәм илемдең киләсәге өсөн һуғыштым
  • Миҙал өсөн түгел, ғаиләмдең һәм илемдең киләсәге өсөн һуғыштым

Һүҙ 168-се уҡсылар дивизияһының 260-сы уҡсылар полкы снайперы, өлкән сержант Әхәт Әхмәтйәнов тураһында бара. Рәсми документтарға ярашлы, 502 фашист башына еткән яугир тураһында хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина репортажы. Бөйөк Ватан һығышында йөҙәрләгән фашистың башына еткәне өсөн Әхәт Әхмәтйәнов төрлө наградалар менән бүләкләнә. Әлмирә Әхмәтйәнова атаһынан ҡалған мираҫты ҡәҙерләп һаҡлай. Атаһы һуғыш ваҡытында тупланған төрлө документтар һәм фотолар һаҡланған сумаҙанын балаларына асып күрһәтер булған. Әхәт Әхмәтйәновты йыш ҡына мәктәпкә лә саҡырып торғандар. Өйҙә ул бик ябай ине, ә мәктәпкә орден, миҙалдарын тағып килһә мыҡты кәүҙәле иргә әйләнә торғайны, тип ғорурланып иҫкә ала атаһын Әлмира ханым. Әхәт Әхмәтйәнов Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында иң һөҙөмтәле снайпер була. Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, ул 502 фашисты атып үлтергән. Тик бына бер ҡыҙғаныс факт бар. Әхәт Әхмәтйәнов бер ҡасан да миҙал өсөн донъя ҡуптарып йөрөмәгән. Ҡайһы берҙә: “Әхәт, был һиңә оҡшамаған. Һин булһаң күптән ул миҙалды табып алыр инең”, — тип әйтеүселәр ҙә байтаҡ булды ти Әлмирә ханым. Тик атаһы. Әхәт Әхмәтйәнов снайпер ғына түгел, инструктор ҙа булған. Әле саҡ Ҡыҙыл армия сафына баҫҡан 200-ҙән ашыу йәш егетте был һөнәр нескәлектәренә төшөндөргән. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һәр снайперҙың үс алыу иҫәбе дәфтәре булған. Унда ҡайҙа һәм ниндәй хәрби операция сиктәрендә, сәғәт нисәлә һәм көнөнә күпме фашист үлтерелгәне теркәлеп барған. Ябай ауыл малайы нисек итеп шундай яҡшы снайпер булып киткән һуң? Башҡорттарға һунарсылыҡ хас. Әхәт атаһы Абдулхаҡтан ҡалышмаған, һунарға йөрөгән. Үҫмер сағында уҡ уҡтан атырға өйрәнгән һәм һөнәрен камиллаштыра барған. Ә 1940-сы йылда Ишембай районының Маҡар ауылында «Салауат Юлаев» фильмын төшөргөндә ул да ҡатнашып үҙ маһирлығын күрһәткән. Маҡар ауылындағы мәктәптә белем алғанда Әхәт Әхмәтйәнов бөтә яҡлап та килгән уҡыусы булған. Уҡыуында ла тырыш, ижадҡа, дөрөҫөрәге төрлө музыка ҡоралдарына битараф булмаған, гөрләтеп төрлө саралар ойошторған. 1945 се йылда Әхәт Әхмәтйәнов математика һәм физика уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Шул уҡ ваҡытта Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы һәм директоры Нажия Ибраһим ҡыҙы менән кәңәшмәләрҙең береһендә таныша һәм бергә тормош ҡорорға тигән ҡарарға киләләр. Әлбиттә, һуғыштан һуң мәктәптәрҙә уҡытыусылар етмәгән Һәм йәш пар партия ҡайҙа ҡуша шунда барып эшләргә тейеш була. Маҡар ауылында данлыҡлы снайперға бағышлап 2019-сы йылда һәйкәл дә ҡуйылған. Әлмирә Әхмәтйәнова бында килгән һайын күҙ йәштәрен йәшерә алмай. Әле лә батырҙар Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яулаған ата-бабаларының изге эшен дауам итә. 2023-сө йылдың июнь айында Әхәт Әхмәтйәнов исемендәге снайперҙар полкы Махсус хәрби операция биләмәһенә юллана.