“Башҡортостан” 31-се мотоуҡсылар полкының Мөғин Нагаев исемендәге гаубица-артилллерия дивизионы дошман нығытмаларын ҡыйрата. Артиллеристарҙың эшен беҙҙең хәрби хәбәрсебеҙ күҙәтте. Ҡеүәтле залп һәм 122 миллиметр калибрлы снаряд йәшен тиҙлегендә дошман нығытмаларына йүнәлә. Артиллеристар махсус хәрби операцияның Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендәге Серебрянка урмансылығы тирәһендәге блиндаждарҙы сәпкә алған. Орудиеларҙы сәпкә Гюрза ҡушаматлы яугир төҙәй. Снаряд бушҡа китмәһен өсөн эшенә яуаплы ҡарай. Үҙе Әбйәлил егете. Мөғин Нагаев исемендәге дивизионда хеҙмәт итеүенә ғорурланыуын йәшермәй. “Ястреб “ Өфөнән. Йәше алтынсы тиҫтәгә ыңғайлауына ҡарамаҫтан, йәштәргә өлгө булырлыҡ оҫта яугир. Снарядтарҙы орудиеға етеҙ генә яһап, ҡоралды атыуға тиҙ арала әҙерләп өлгөрә. Ике йыл эсендә орудиеларҙың көбәктәрҙе шымарҙы, яугирҙар оҫтарҙы тип шаярта артиллеристар. Хәҙер улар алыҫтағы дошмандың күҙенә тейҙерергә лә һәләтле. Объектив күҙәтеү һөҙөмтләренән күренеүенсә был юлы артиллеристар РЭБ ҡоролмалары торған блиндаждарҙы юҡ итте. Бандера ҡалдыҡтарының шәхси составын да утта көйҙөрҙө. Атҡан һайын еңеү яҡыная. Мөғин Нагаев исемендәге дивизион яугирҙары 1945 йылдың майында донъяға тыныслыҡ бүләк иткән ата-олаталарының васыятына тоғро ҡалып нацистарҙың нығытмаларын ҡыйрата. Билдәләгән маҡсат яҡында, тимәк дошманды нығыраҡ ҡыҫырыҡлар кәрәк ти улар.
Мәргән артиллерия
Мәргән артиллерия