Башҡортостанда браконьерлыҡ арта

Тулыраҡ: Башҡортостанда браконьерлыҡ арта

Һуңғы көндәрҙә генә республикала ошондай бер-нисә осраҡ теркәлде. Шундай мәғлүмәттәрҙең береһе Ауырғазыла асыҡланды. Райондың Терешовка ауылы янында ир кеше ҡоралай атып алған. Уның мылтыҡ йөрөтөү өсөн рөхсәт ҡағыҙы булмаған. Енәйәт урынында йәнлек түшкәһе лә табылған. Хәҙер браконьерға ҡарата хөкөм ҡарары сығарырға тейештәр.