Иҫтәлекле саралар Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм крайҙы өйрәнеү бүлегендә 10 февралдә башланып китә. Унда килеүселәр шағирҙың 1958 йылда сыҡҡан «Таш сәскә» лирик йыйынтығы һәм көндәлектәре менән таныша ала. Республиканың Милли әҙәбиәт музейында шағирҙың юбилейына «Заман ярып үтте йөрәкте» күсмә күргәҙмәһе лә ойошторола. 12 февралдә Яҙыусылар союзы «Рәми Ғариповҡа 85 аҙым» әҙәби акцияһын ойоштора. 14 февралдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында «Февраль. Буран…» спектакле ҡуйыла. Саралар 28 февралдә «Барыһы ла йөрәгемә һыя…» музыкаль-шиғри кисә менән тамамлана.
Өфөлә Рәми Ғариповтың 85 йыллығын билдәләргә әҙерләнәләр
Тулыраҡ: Өфөлә Рәми Ғариповтың 85 йыллығын билдәләргә әҙерләнәләр