Был хеҙмәт төрө сағыштырмаса йәш. Шәфҡәт туташы бары быуат ярым элек барлыҡҡа килгән. Хәҙер иһә уның бурыстары яу яланынан алып тыныс тормошҡа тиклем тарала. Иңдәренә йөкмәтелгән яуаплылыҡ күләме бермә-бер арта.Аҡ халаттарҙың бөхтәлегенән башлап сирлегә тәғәйен һәр дарыуҙың ваҡытында ҡабул ителеүенә тиклем барыһы өсөн дә шәфҡәт туташы яуаплы. Улар үҙ бурысын сир дауалауҙа ғына түгел, ауырыуҙарҙың сырхауҙарын тыңлау, уларҙың күңел торошон хәстәрләүҙә лә күрә. 150 йыл элек мәрхәмәтлек күрһәтер өсөн ойошторолған шәфҡәт туташтары хеҙмәте изге бурысына әле лә тоғро.
Шәфҡәт туташтары һөнәри байрамын билдәләй
Шәфҡәт туташтары һөнәри байрамын билдәләй