Ил тыныслығы хаҡына

Ил тыныслығы хаҡына
  • Ил тыныслығы хаҡына

Луганск Халыҡ республикаһында Башҡортостандың мотоуҡсылар полкында яңы ғына ҡораллы көстәр сафына алыныусыларҙы әҙерләү башланды. Полигондаҙың береһендә буласаҡ яугирҙар десантлау һәм дошман урынлашҡан биләмәләрҙе юҡ итеү алымдарын камиллаштыралар. Хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжеты. Бортта – экипаж командиры, оператор-төҙләүсе һәм механик-водитель. Десант бүлегендә яңы килгән яугирҙар. Яңы ғына хеҙмәткә алыныусылар бронетранспортты ҡалдырып инструктор бойороғо буйынса 3-кә бүленә. Барыһы ла мөмкин тиклем иғтибарлы. Мылтыҡ көбәктәрендә патрондар һәм зарядтар. Реактив-штурмлау гранаталары дошмандың тере көсөн юҡ итеүҙә бик һөҙөмтәле ҡорал. Артабан һөжүм итеүҙә атыу ҡоралы ҡулланыла. Траншеяларҙың ҡыҫыҡ булыуы арҡаһында десант яңынан төркөмләнә. Шул уҡ ваҡытта “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы, «Көнбайыш» ғәскәрҙәре төркөмөнөң 25-се дөйөм ғәскәрҙәр армияһы яугирҙары боекомплекттарҙы яңырта. Был "Һуғышсы" ҡушаматлы яугирға 20 генә йәш. Ул бала сағынан уҡ хәрби булырға хыялланған. Мәктәптә уҡыған сағында ҡул һуғышы менән шөғөлләнә. Бер нисә көндән ул фронтҡа китәсәк.Хәрби күнекмәләр өс аҙнаға тиклем дауам итә. Үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашыу өсөн яугирҙар ике айҙан һуң яңынан әҙерлек үтеү өсөн полигонға ҡайтасаҡ.Хәрби әҙерлек үтеү һәм тактиканы өйрәнеү өсөн хәрбиҙәргә күнекмәләр йыш үткәрелә. Бындай әҙерлек фронтта һөҙөмтәлелектең нигеҙе булып тора. Еңеүҙең 80 йыллығы көнөндә «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының Мөғин Нуғаев исемендәге гаубица-артиллерия дивизионы яугирҙәре наградалар менән бүләкләнде. Хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары Һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн хәрбиҙәргә Шайморатов миҙалдары һәм Луганск халыҡ республикаһының дәүләт наградалары тапшырылды. Тантана ваҡытында шулай уҡ үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән яугирҙарға рәхмәт хаттары бирелде. "Башҡортостан" 31-се мотоуҡсылар полкының Мөғин Нуғаев исемендәге гаубица-артиллерия дивизионы үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте. Етәкселек ҡуйған бөтә бурыстар ҙа теүәл үтәлә. Башҡорт артиллеристары махсус хәрби операцияның Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә дошманды ҡыйрата.