Этномәҙәни тәрбиә системаһын нисек яйға һалырға?

Этномәҙәни тәрбиә системаһын нисек яйға һалырға?
  • Этномәҙәни тәрбиә системаһын нисек яйға һалырға?

Башҡортостан өсөн ғаиләне һәм мәктәпкәсә белем биреүҙән башлап мәғариф системаһының барлыҡ кимәлдәрен үҙ эсенә алған этномәҙәни тәрбиә системаһын яйға һалыу мөһим. 800-ҙән ашыу балалар баҡсаһында әле ошондай эш алып барыла. Был турала Республика башлығы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының икенсе Бөтә Рәсәй съезында белдерҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, йәш һәм тәжрибәле белгестәрҙең, студенттарҙың һәм уҡытыусыларҙың, балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең ижади көстәрен туплауҙа мөһим аҙымдар яһалды. Съезд йомғаҡтары тураһында хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина.Аудитория шау-гөр килә. Балаларға башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа күп көс һалған уҡытыусылар изге бурыстарына ҡағылышлы төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса үҙ фекерҙәрен яңғыратты. Башҡортостан һәр йәһәттән тыуған телдәрҙе уҡытыу, уны ойоштороу мәсьәләләре, дәреслектәрҙе тәҡдим итеү, ата-әсәләр менән эш буйынса Рәсәйҙең иң алдынғы төбәктәре рәтендә. Фәнгизә Нафиҡова бына инде 23 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса балаларға белем бирә. Башҡорт теленә һөйөү ғаиләнән башлана. Улдарым менән улар тыуғандан бирле тик башҡортса ғына һөйләштем. Башҡаларҙы ла балаларҙы шулай тәрбиәләргә әйҙәйем, ти Фәнгизә Рафаил ҡыҙы. Ә бына Силәбе өлкәһенән килгән Земфира Шафранская инде 26 йыл балаларҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләй. Уҡытыусы булараҡ изге бурысыбыҙҙы үтәгәндә төрлө ҡыйынлыҡтар менән ҡапма-ҡаршы осрашырға тура килә. Әле башҡорт булып та бала менән русса һөйләшкән ғаиләләр бик күп. Шул арҡала уҡытыу күпкә ауырлаша төшә. Был осраҡта беҙгә, уҡытыусыларға, балаларҙы башҡорт телен өйрәнеүгә ылыҡтырыу өсөн яңы алымдарҙы үҙләштереү мөһим, ти Земфира Ғафур ҡыҙы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡороноң пленар ултырышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер нисә мөһим белдереү яһаны. Балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеү процессы сағыу һәм ылыҡтыра торған булырға тейеш. Был телде яҡынданыраҡ өйрәнгән ваҡытта бик мөһим шарт. Шуға ла..Мәғариф системаһында хеҙмәт итеүселәр алдында ғына түгел, ғөмүмән, йәмғиәтебеҙ алдында традицион ҡиммәттәргә таянып илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың патриотын тәрбиәләү кеүек ҙур бурыс тора. Яңы быуынды тәрбиәләү эше халҡыбыҙҙың бай мираҫына таянып алып барылырға тейеш. Шуға ла..Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ҡоро 5 йылға бер үткәрелә. Быйыл ул 650-нән ашыу делегатты йыйҙы. Йыйын аҙағында тыуған телде уҡытыу һәм үҫтереү буйынса яңғыраған фекерҙәр һәм тәҡдимдәр менән резолюция ҡабул ителеп төрлө министрлыҡтар алдында аныҡ бурыстар ҡуйылды.