Йөрәк мускулдарының некроз зонаһын кәметеүсе молекула

Йөрәк мускулдарының некроз зонаһын кәметеүсе молекула
  • Йөрәк мускулдарының некроз зонаһын кәметеүсе молекула

Ул миокард инфаркты кисергән пациенттарға ярҙам итәсәк. Был хаҡта Өфө ғалимдары хәбәр итә. Башҡортостан медиктарының Ҡытай хеҙмәттәштәре менән берлектә тәҡдим иткән асышы, йәғни, яңы препарат — йөрәк туҡымаларының йәшәү һәләтен һаҡлап ҡаласаҡ. Тулыраҡ Сәлимә Исламова әҙерләгән яҙмала.Ҡыйыу асыштарҙың дөрөҫ йүнәлештә булыуын ғалимдар әлегә пробиркалағы ҡомаҡҡа беркетелгән аппарат еткергән мәғлүмәттәргә һәм уның хәленә ҡарап раҫлай. Биш көн элек был кимереүсегә яһалма йөрәк ишемияһы һәм һөҙөмтәлә миокард инфаркты яһала. Артабан ғалимдар уға яңы препарат бирә һәм уның хәлен күҙәтә.Миокард инфаркты шулай уҡ үҙенең өҙлөгөүҙәре менән ҡурҡыныс. Кислородһыҙ йөрәк мускулы ҡыҫҡартыу һәләтен юғалта. Йөрәк эшмәкәрлеген ҡайтарыусы препаратты бер нисә ысул менән тикшәрәләр. Тере ҡомаҡтарҙа ла, уларҙың йөрәген алып уға тура йоғонто яһап та.. Кешеләргә барып еткәнсе тиҫтәләп йылдар үтеүе мөмкин. Был асыштар Башҡортостан һәм Ҡытай ғалимдарының берлектәге биш йыллыҡ эш һөҙөмтәһе. Күҙәнәктәрҙе зарарлаусы аҡһымды туҡтатҡан бер матдәне барлыҡҡа килтереү өсөн меңгә яҡын матдә һынала, ти ғалимдар.Әлегә билдәле һөҙөмтәләр буйынса, сысҡандарҙа йөрәк туҡымаларының некроз зонаһы яртыһынан күпкә кәмегән. Артабан хайуандың йәшәү мөмкинлеге лә ике тапҡырға артырға тейеш. Ошондай етди тикшеренеүҙәр алып барыу «Приоритет-Өҫтөнлөк- 2030 » программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.Ҡомаҡтарҙың хәле тураһында мәғлүмәт биргән был оптик тамограф Рәсәйҙә бишәү генә. Ә быныһы инде бөтөнләй Өфө ғалимдары өсөн махсус сығарылған. Белгестәр унда ҡомаҡтарҙың йөрәген генә түгел, һәр бер күҙәнәген күрә ала. Препараттың хәүефһеҙлеге тураһындағы бөтә мәғлүмәт хайуандарҙа алынғандан һуң клиник тикшеренеүҙәр башлана. Ул кәмендә та4ы5 йыл дауам итеүе ихтимал. Бер яңы дарыу уйлап сығарыу өсөн ғалимдарға тиҫтә йылдар — йә 2 тиҫтә ваҡыт кәрәк.