Өфө заводтарының береһендә авиация өсөн һирәк деталдәрҙе эшләү өсөн станок уйлап сығарғандар. Хәҙер уның менән сит илдәр ҙә ҡыҙыҡһына. Тулыраҡ мәғлүмәт Гүзәл Батыраева сюжетында.Коггалла Мешан Өфө фән һәм технологиялар университеты аспиранты. Тыумышы менән Шри-Ланканан. Егет иң яҡшы инженер-технологтарҙың береһе. Ун йылдан ашыу Өфөлә йәшәп тәжрибә туплаһа ла, үҙ иленә ҡайтырға ашыҡмай йәш белгес.Рәсәй ойошмаларында импортты үҙебеҙҙең тауар менән алмаштырғанлыҡтан эш урындары арта. Хатта элек сит илдәрҙән һатып алынған ҡорамалдар һәм деталдәр ҙә бөгөн үҙебеҙҙә етештерелә. Хәҙер авиадеталдәр, башлыса, махсус станоктарҙа эшләнә. Белгестәр әйтеүенсә, бындай ҡорамалдар ҡиммәт, ә уны эшкәртеү күп ваҡыт ала.Үҙенсәлекле станоктар эшләү өсөн Башҡортостандың инновацияларға ярҙам итеү үҙәге 20 миллион һум аҡса бүлгән. Был ойошма белгестәре уйлап сығарған берҙән-бер прибор түгел. Был станок республикала ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә ҙур һорау менән ҡуллана. Әле 6 станок эшләнгән, шуларҙың өсөһө Рәсәйҙең ҡайһы бер заводттарына ебәрелгән дә инде.Бындай станок Башҡортостанда ғына түгел, ә Рәсәйҙә берәү, ти белгестәр. Әле беҙең ил өсөн генә деталдәр етештерелһә, киләсәктә сит илгә лә сығарыу планлаштырыла.
Республикала импортты алмаштырыу әүҙем бара
Республикала импортты алмаштырыу әүҙем бара