Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау үҙәге асылды

Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау үҙәге асылды
  • Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау үҙәге асылды

Өфөлә “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау үҙәге асылды. Ул ветерандарҙы һәм яугирҙарҙы ҡабул итә башланы. Хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова репортажыЭлектротерапия. Дауалауҙың был төрө ҡан тамырҙарын киңәйтәе һәм һыҙланыуҙы баҫа. “Полста” позывнойлы яугир өсөн был мотлаҡ кәрәк. Ул табиптарҙың күрһәтмәләрен теүәл үтәргә тырыша. Яугир яраланғандан һуң күҙен протезлау өсөн ялға ҡайта һәм Өфөләге реабилитация үҙәгендә дауаланырға ҡарар итә."Йәшел сауҡалыҡ"шифаханаһы ҡарамағындағы реабилитация үҙәгендә дауаланыу курсын башлау өсөн 10 яугир сертификат алған. Бында быға тиклем дә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә юлламалар биргәндәр, хәҙер инде хәрбиҙәр өсөн процедуралар исемлеге лә киңәйтелгән. Радий Хәбиров эш сәфәре барышында шифахана нигеҙендә ошондай үҙәк булдырырға ҡушҡайны. Бинаны реконструкциялау буйынса документтар әҙерләнгән, күп тә үтмәй яугирҙәрҙе ҡабул итә лә башлайҙар."Өфө" позывнойлы яугир хәрби операцияла 2022-се йылдан ҡатнаша. Пилотһыҙ осоу аппараты операторы булып хеҙмәт итә. Реабилитация үҙәгенә ял ваҡытында килгән. "Сквинт" позывнойлы яугир ҙа бында сәләмәтлеген нығыта. Аяғы яраланғандан һуң уның хеҙмәте тамамланған. Ул сығышы менән Брянск өлкәһенән, хәҙер Мәләүездә йәшәй. Ир яңы тормош башлау теләген белдерә. Яугирҙәр һәм махсус операция ветерандары бында медицина һәм психологик ярҙам ала. Хеҙмәттәштәре менән аралашыу ҙа тергеҙеүҙә мөһим әһәмиәткә эйә. Бер-береһенә ярҙам итеү уларҙғ һаулыҡтарын тиҙерәк тергеҙергә һәм тыныс тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итә.