Быуатҡа тиң ғүмер

Тулыраҡ: Быуатҡа тиң ғүмер

Өфөлә йәшәүсе Хәмит Ваһапов бөгөн 102 йәшен билдәләй. Фин һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны күп тапҡырҙар үлемдән ҡалған һәм хәҙер ошо ғүмерҙең ҡәҙерен белеп йәшәй. Уның девизы “хәрәкәттә-бәрәкәт”. Олпат йәштә булһа ла, әүҙем йәшәү рәүеше алып бара, спорт менән шөғөлләнә. Хәмит Ғәҙи улы көн һайын иртәнге етелә тороп, бер сәғәт ваҡытын күнекмәләр эшләүгә бүлә. 102 йәшен тултырған ветеран оҙаҡ йәшәүҙең сере тап хәрәкәт итеү һәм сәләмәт тормош алып барыу, ти. Хатта табиптар ҙа уның һаулығына хайран ҡала.Хәмит Ваһапов ике һуғыш ветераны. Фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарындағы ауыр алыштарҙа бер-нисә ҡат ҡаты яраланып, мөғжизә менән генә иҫән ҡалған. Шуға ла, Хәмит Ғәҙи улы йәшәүҙең ҡәҙерен яҡшы белә. Яу юлында ошондай осраҡтар бихисап булған. Снаряд килеп эләккәндән һуң, контузия ала, 17 көн ишетмәй һәм һөйләшмәй. Ә Кировград янындағы ҡаты бәрелештә яугир һул күҙен юғалта.Офицер Еңеү көнөн Пиллау портында ҡаршылай. Хәмит Ваһаповтың бер быуатлыҡ биографияһы буйынса ил тарихын өйрәнергә мөмкин. Шуға ла фронтовикты йыш ҡына мәктәпкә саҡыралар. Ветеран 102 йәшен ҡаршылағанын белеп, уҡыусылар хайран ҡалды һәм һәр ҡайһыһы уны ошо олпат юбилейы менән ҡотларға ашыҡты. Был алҡыштар — хөрмәт билдәһе. Ветеран үҙе лә балалар ярата. Ҙур теләк менән уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирә.Хәмит Ваһапов ихлас йылмайыу һәм һөйөү тулы ҡараш менән балаларға баға. Сөнки тап уларҙың бәхетле киләсәге өсөн һәр яугир ғүмерен аямай көрәшеп, еңеү яулаған. Йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙә бындай осрашыуҙарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Йөҙйәшәр ветерандың батырлыҡ дәрестәрен һәр уҡыусы йотлоғоп тыңлай. Сөнки 102 йәшен тултырған Хәмит Ғәҙи улы беҙҙең өсөн тере хазина булып тора.