Белоретта йүнселдәр йылдар буйы буш торған биналарҙы алып, заманса спорт тренажерҙары етештереү заводын асҡан. Иҙелбашындағы Сәрмән тауарҙары хәҙер Рәсәй кимәлендә лә танылыу тапты. Махсус ҡорамалдар Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә тиерлек һатыла. Ҡасандыр буш торған бина ла хәҙер эш тәүлек әйләнәһенә туҡталмай. Бында заманса спорт ҡорамалдарын эшләйҙәр. Тейешле талаптарға яуап биргән ҡорамалдар ҡулланыусыларҙа күптән хуплау тапҡан. Башланғыс капитал аҙ булыуы эшкә яңыса ҡараш талап итә. Етәкселек ҡорамалдарҙы һатып алырға сығымдар тапмағас, цехты йыһазландырыуға эшлектән сығып,тутыҡҡан линияларҙы ремонтларға мәжбүр була. Һөнәре буйынса технолог һәм машина төҙөүсе Азат Вилданов үҙенең проекты буйынса плазма ҡырҡыу станогын төҙөй.Тәүҙә завод биләмәһе сүплекте хәтерләтә. Беренсе йыл йыйылған төшөмгә ремонт эшләйҙәр. Тик бының менән туҡтап ҡалырға уйламайбыҙ әле, тип белдерҙе заводттың етештереү цехы етәксеһе.Бөтә ҡорамалдарҙы эшселәр ҡул менән етештерә һәм йыя. Сит ил тауарҙары менән бер тиңдә конкурентлыҡ иткән спорт ҡорамалдары, хәҙер республика ла ғына түгел, ә Калининградтан Владивостокка тиклем тәьмин ителә. Мәҫәлән, был продукция ошо көндәрҙә Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларына оҙатыла. Бөтә етештерелгән тауарҙар тәү сиратта импорт алмаштырыу юлында ҙур урын алып тора. Әгәрҙә беренсе йыл килем 7 миллион һум тәшкил итһә, ә 2016 йылда ул һан 9 тапҡырға арта.Рәсәйҙең төрлө ҡалалары менән хеҙмәтәшлек иткән компания, хәҙер Урта Азия илдәренә лә сығырға планлаштыра. Уртаҡ эштең һөҙөмтәһендә бер туған Антон һәм Максим Копытовтарҙың да өлөшө бар. Заводттың өстән-ике өлөшө улар ҡарамағында. Йәш йүнселдәр Белореттағы үлсәү ҡоролмалары предприятиеһы эшен дә яйға һалырға ниәтләй.
Йәш эшҡыуарҙарҙың яңы яҙымдары
Тулыраҡ: Йәш эшҡыуарҙарҙың яңы яҙымдары