Өфө районында Булгаков ауылы янында Өршәк йылғаһы аша күперҙе төҙөкләндереү эштәре ике аҙнаға ҡыҫҡара. Авария хәлендәге был күперҙә эштәр 3 июнь башлана, август башында тамамлана. Республика башлығы ремонт эштәре ваҡытын ҡайтанан ҡарарға ҡушҡайны. Контракт буйынса, подряд ойошмаһы төҙөкләндереүҙе май башларға һәм ноябрҙә тамамларға тейеш ине. Был күпер аша көн һайын меңләгән автомобиль үтеүен иҫәпкә алып ремонт эштәре ваҡытын күпкә ҡыҫҡартырға ҡарар ителде. Бында эштәр тәүлек әйләнәһенә ике сменала алып барыласаҡ. Транспорт ағымы сфетофор ярҙамында көйләнәсәк. Урта һыҙатта хәрәкәт реверсив буласаҡ. Иртән Өфөгә барыусылар, кисен ҡаланан сығыусылар өсөн ике һыҙат эшләйәсәк. Халыҡ тығындарҙан ҡурҡырға тейеш түгел, ти “Приуралье” юлдар идаралығы етәксеһе Денис Абрамов. Быйыл республикала 24 күперҙе ремонтларға тейештәр. Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова һүҙҙәренә ҡарағанда, төҙөлөш миҙгеле яңы ғына башланған. Башҡортостандың көньяғында йәшәүселәр Ағиҙелдең Стәрлетамаҡ янындағы өлөшө аша һалынған яңы күпер яҙмышы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Әгәр ҙә, аҡса етерлек булһа, был обьект 2027-се йылда ҡулланыуға тапшырыла.
Өршәк йылғаһы аша күперҙе төҙөкләндереү эштәре ике аҙнаға ҡыҫҡара
Өршәк йылғаһы аша күперҙе төҙөкләндереү эштәре ике аҙнаға ҡыҫҡара