Санаңды йәйҙән, арбаңды ҡыш әҙерлә

Санаңды йәйҙән, арбаңды ҡыш әҙерлә
  • Санаңды йәйҙән, арбаңды ҡыш әҙерлә

Республикала һәм Өфөлә йәмәғәт урындарын тәртипкә килтереү һәм төҙөкләндереү эштәре дауам итә: тротуарҙарҙа плитәләр йәйелә, урамдарҙа төрлө үҫентеләр ултыртыла, яңы арт-объекттар барлыҡҡа килә. Әле иһә 2026-сы йылға пландар төҙөлә. Улар Республика башлығы хакимиәтендә үткән йәмәғәт биләмәләре сәғәтендә ҡаралды. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжетында. Республикала барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә. 5 йыл эсендә «Уңайлы ҡала мөхите» федераль программаһы сиктәрендә Башҡортостанда 806 йәмәғәт урыны тәртипкә килтерелде. 2026-сы йылда йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү өсөн федраль бюджеттан 1 миллиард 100 миллион аҡса бүленгән. Унан 619 – ҡалаларға, 486 миллион һум ауылдарға йүнәлтеләсәк. Башҡортостан әлеге ваҡытта 10-сы Бөтә Рәсәй кесе ҡалалар һәм тарихи ауылдар конкурсына әҙерләнә. Бында 9 ҡала һәм 3 ауыл үҙ проекттарын тәҡдим итте. Бында ла үтәлергә тейеш шарттар бар. Республика башлығы конкурсҡа сцғарыласаҡ проекттарҙы хупланы. Өфөнөң йәмәғәт урындарын тәртипкә килтереү өсөн 100 миллион аҡса бүленгән. Башҡараһы проекттар араһында Театр урамы ла бар. Әйткәндәй, “Госуслуги” платформаһында 2026-сы йылда Башҡортостанда төҙөкләндерәһе биләмәлерҙе һайлау буйынса тауыш биреү дауам итә. Әлегә 552 кеше тауыш биргән.