Газ.Нефть.Технологиялар форумы предприятиелар үҫеше өсөн киң мөмкинлектәр аса

Газ.Нефть.Технологиялар форумы предприятиелар үҫеше өсөн киң мөмкинлектәр аса
  • Газ.Нефть.Технологиялар форумы предприятиелар үҫеше өсөн киң мөмкинлектәр аса

Был турала сараны асыу тантанаһында Республика башлығы белдерҙе. Хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға.Был форумдың ил иҡтисады өсөн әһәмиәте нимәлә, уның программаһының быйылғы үҙенсәлектәренә туғталып үтһәң ине.Быйылғы сара бик үҙенсәлекле. Форум һәм халыҡ-ара күргәҙмәне асыу тантанаһында бер юлы өс яңы объект файҙаланыуға тапшырылды. Краснокама районында Башнефть компанияһының һанлы подстанцияһы, Благовещен ҡалаһында Нефтехим тәжрибәле заводының нефть табыу һәм оҙатыу өсөн махсус ҡоролмаһы сафҡа индерелде. Форумға Рәсәй энергетика министры Сергей Цивилевтың да килеүе мәртәбә өҫтәне.Ә Өфө районы Шмидт ауылына, Салауат районының Иҙрис, Юлай һәм Тирмән ауылдарына газ үтте. Был ваҡиға менән урындағы халыҡты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.Рәсәйҙең нефть, газ, химия форумында һәм Газ, нефть, технологиялар тип аталған халыҡ-ара күргәҙмәлә 12 сит ил вәкиле, Рәсәйҙең 40 төбәгенән 350 компания ҡатнаша. Экспозицияның майҙаны 14 мең квадрат метрҙан ашыу. Ошонда уҡ оҙаҡ йылдар нефть һәм газ табыу тармағында эшләгән хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары һәм юғары исемдәр тапшырылды. Форумдың эшлекле программаһы быйыл бик бай. Бөтәһе 56 сара ҡаралған, 600-гә яҡын белгес сығыш яһар тип көтөлә. Технологик бойондороҡһоҙлоҡ үҫеше, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы өлкәһендә Рәсәй ҡулайламалары, Яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары менән ситтән тороп идара итеү, тармаҡҡа дәүләт ярҙамы, кадрҙар әҙерләүҙә юғары мәктәп һәм бизнестың заманса ҡараштары, торбалар һалыуҙа алдынғы инженер ҡарарҙары тигән темалар ҙа күтәрелә.Шулай уҡ Йәштәр көнө үтә. Уның сиктәрендә студенттар араһында олимпиада, конференциялар, уҡыусылар араһында газ темаһына ҡағылышлы диктант уҙғарыла. Бынан тыш төрлө конкурстар ойошторола. Мәҫәлән, Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары төбәк конкурсының еңеүселәре атала, химия тармағы предприятиелары араһында беренселек ҡаралған, республиканың иң яҡшы иретеп йәбештереүсеһе билдәләнә.