Өфөлә Рәсәй онкологтарының 13-сө съезы башланды. 3 көн барған күләмле форумда радиология, нур һәм инструменталь диагностика, паллиатив ярҙам һәм башҡа төр йүнәлештәге 4 меңдән ашыу алдынғы белгес ҡатнаша. Съездың тәүге көнөндә ике майҙансыҡта барған ҡатмарлы операцияларҙы ҡатнашыусылар һәм бөтә Рәсәй табиптары онлайн форматта күҙәтте. Һул яҡтағы үҙәк ҡурылдай үпкә көпшәһенә әмәлиәтте Академик Владимир Порханов яһаһа, бәүел ҡыуығын алып ташау һәм яңы орган булдырыу буйынса әмәлиәтте, Рәсәйҙең баш онкологы, академик Андрей Каприн үткәрҙе. Тулыраҡ мәғлүмәт сираттағы яҙмала. Операция өҫтәлендә 51 йәшлек ир. Ул бәүел ҡыуығы яман шеше менән сирләй. Әмәлиәттән һуң, ҡәҙимгесә, әүҙем тормош алып барһын өсөн торакаль хирургтар барыһын да эшләй. Табиптар пациенттың сир менән ялмап алынған бәүел ҡыуығын алып ташлап, яңыһын урынлаштырасаҡ. Ҡатмарлы һәм уникаль операцияны академик, Рәсәйҙең баш онкологы Андрей Каприн үткәрә. Рәсәй онкологтары съезы сиктәрендәге икенсе уникаль күрһәтмә әмәлиәт -үҙәк ҡурылдай үпкә көпшәһе өлөшөнә яһалды.Торакаль хирург, онколог Владимир Порханов пациенттың сир менән ялмап алынған үпкә көпшәһенең бер өлөшөн алды. Бер-нисә йыл элек кенә ошондай операциялар ҙур федераль үҙәктәрҙә генә башҡарыла ине. Хәҙер иһә ҡорамалдар һәм кадрҙар составының көслө булыуы сәбәпле операцияны Өфөлә яһау мөмкинлеге бар. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда иртә диагностикалау системаһы айырыуса әүҙем үҫешә. Һәр икенсе яман шеш осрағы башланғыс стадияһында асыҡлана, тимәк, тулыһынса һауығыу мөмкинлеге арта.Республика онкология диспансерында үткән операциялар бөтә илгә һәм Рәсәй онкологтарының 13-сө съезы барған Конгресс-Холл бинаһында ла трансляцияланды. 3 көн дауамында сарала 4 меңгә яғын белгес ҡатнашасаҡ. Улар онкология хеҙмәтен үҫтереүҙең төп йүнәлештәрен, шулай уҡ паллиатив ярҙам мәсъәләлрен дә тикшерәсәк.Съезда ҡатнашыусылар өсөн 30-ҙан ашыу секция ойошторола, унда белгестәр яңы методикалар менән таныша, тәжрибә уртаҡлаша, онкология ярҙамының бөтә өлкәләре буйынса эксперт фекерен ала аласаҡ. Быйылдан Рәсәйҙә «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты эшләй башланы, уның төп йүнәлештәренең береһе — «яман шеш ауырыуҙары менән көрәш» программаһы. Уның маҡсаты-яман шеш ауырыуҙарын иҫкәртеүҙе, диагностикалауҙы һәм дауалауҙы артабан камиллаштырыу. Яман шеште еңеп буламы – була , бының өсөн сирҙе ваҡытында асыҡлау зарур, ти белгестәр
Онкология өлкәһендә ҙур ғилми ваҡиға
Онкология өлкәһендә ҙур ғилми ваҡиға