Февралдә бөтә район-ҡалаларҙа ла халыҡты ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуыу хәүефе хаҡында иҫкәртеү буйынса команда-штаб күнекмәләре уҙа. Ағиҙел һәм Урал йылғалары бассейны буйында ҡар ҡатламын билдәләү өсөн авиация ярҙамында гамма-төшөрөү ойошторола. Ҡар ҡатламында һыу һаҡламы буйынса яҡынса фараздар март уртаһына билдәле буласаҡ. Кәрәк булғанда боҙ тығындарын бөтөрөү өсөн шартлатыусылар бригадаһынан күсмә отрядтар әҙерләнә.
Район-ҡалаларҙа команда-штаб күнекмәләре уҙасаҡ
Тулыраҡ: Район-ҡалаларҙа команда-штаб күнекмәләре уҙасаҡ