Өфөлә Бурыслы профилактик операцияһы бара

Тулыраҡ: Өфөлә Бурыслы профилактик операцияһы бара

Махсус рейд барышында инспекторҙар штрафтарын түләмәгән водителдәрҙе асыҡлай. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бурыстары булғандарға ҡарата тейешле саралар күреләсәк. Мәҫәлән,уларҙы ваҡытында түләмәгән водителдәрҙе 15 тәүлеккә тиклем иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал. Бынан тыш, штрафты ике тапҡыр арттырып ҡайтарырға тура киләсәк. Профилактик операция 22-се февралгә тиклем дауам итә. Шул уҡ ваҡытта, инспекторҙар юл ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы асыҡлау менән шөғөлләнә.