Унда 3 тиҫтәнән ашыу закон проект ҡараласаҡ. Ошо турала бөгөн парламенттың президиум ултырышында ҡарар ителде. Депутаттар суд приставтарына айырым вәкәләттәр биреүгә ҡағылышлы документты ла тикшерәсәк. Башҡортостанда 2016-сы йылдың 1-се ғинуарына милек һалымының 68 проценты йыйып алынмаған. Ошо күрһәткестең 2 миллиард һум самаһы транспорт һалымына тура килә. Был мәсьәләне хәл итеү һәм төбәк ҡаҙһанын тулыландырыу маҡсатында транспорт һалымын түләмәгән автоһәүәҫкәрҙәрҙең мөмкинлектәрен сикләргә тәҡдим ителә.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышы 22-се февралдә үтәсәк
Тулыраҡ: Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышы 22-се февралдә үтәсәк