Оҙайлы һәм әүҙем тормош

Оҙайлы һәм әүҙем тормош
  • Оҙайлы һәм әүҙем тормош

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың Благовещен, Яңауыл, Учалы, Әбйәлил, Асҡын һәм Баҡалы райондарында алты поликлиника төҙөлә. Уларҙың дүртәүһе балалар өсөн. Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Радий Хәбиров белдерҙе. Үткән йыл төҙөлә башлаған поликликаларҙы быйыл файҙаланыуға тапшырыу ҡарала. Бер үк ваҡытта Өфөләге поликлиникаларҙы яңыртыу ҙа дауам итә. Республика башлығы билдәләүенсә, сәләмәтлек поликлиникалағы шарттарға туранан-тура бәйле. Һуңғы йылдарҙа был маҡсатҡа федераль аҡсаларҙы йәлеп итеүгә өлгәшелде. Ғүмер оҙонлоғон арттырыу беҙҙең төп маҡсат булып ҡала, тип яҙған үҙ сәхифәһендә Радий Хәбиров